Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
28 Июль 2024, 16:30

Бөрйән районына йәш ғалимдар йыйыласаҡ

4 августан Башҡортостанда Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең аспиранттарының йәйге мәктәбе асыла.    

Бөрйән районына йәш ғалимдар йыйыласаҡБөрйән районына йәш ғалимдар йыйыласаҡ
Бөрйән районына йәш ғалимдар йыйыласаҡ

августа Донъя кимәлендәге 2.0 Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең аспиранттарҙың йәйге мәктәбе старт ала! Күсмә мәктәптә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттарының һәм ғилми ойошмаларының I – III курстары аспиранттары ҡатнаша. Улар эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр алып бара:

  • Һанлы һәм йәшел химия, энергетика;
  • Алдынғы етештереү технологиялары һәм инжиниринг;
  • Биомедицина һәм генетика;
  • Яңы тормош мөхите.

Проект тураһында2023 йылда Евразия фәнни-белем биреү үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында “Аспиранттарҙың йәйге мәктәбе” проектын башлап ебәрә. Беренсе күсмә мәктәпте Рәсәй Фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә, Башҡортостан дәүләт аграр университетында, Өфө дәүләт нефть техник университетында 40 аспирант тамамлаған. “Аспиранттарға университеттар һәм ғилми-тикшеренеү институттары араһында аралашыу, берләшмә, коллаборация етмәй. Аспиранттарҙың йәйге мәктәбе - дисциплина-ара коммуникация күнекмәләрен, һөнәри белемде һурҙырыу өсөн бик яҡшы майҙансыҡ. Бер аҙна эсендә Томск политехы командаһы бик ҡиммәтле һәм көнүҙәк мәғлүмәт бирҙе, уны күптәргә түләүле курстарҙа һәм интенсивтарҙа ла бирмәйҙәр”, - тип уртаҡлашты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге аспиранты Дилара Әсәҙуллина.

Быйыл Йәйге мәктәптә ҡатнашыусыларҙы аспиранттар көтә:

  • Рәсәй юғары уҡыу йорттарының алдынғы эксперттары һәм ғалимдары менән проекттар өҫтөндә эш: Милли тикшеренеү Томск политехник университетыН.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетыТомск дәүләт идара итеү системалары һәм радиоэлектроника университеты;
  • республиканың иң яҡшы коучейҙарынан ментор оҙатыуы;
  • оҫталыҡ дәрестәре, фәнни дискуссиялар, команда ярыштары;
  • иретмә эшләүуҡтан атыубулава ырғытыу һәм башҡа йәйге күңел асыуҙар.

Йәйге мәктәп йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ҡатнашыусылар Рәсәйҙең алдынғы университетында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ! Сара 4 августан 10 авгусҡа тиклем Бөрйән районында уҙа. Һайлап алыуҙы үткәндәр өсөн Йәйге мәктәптә ҡатнашыу бушлай.

Ғаризаны 2024 йылдың 28 июленә тиклем https://nocrb.ru/summer_school2#rec772399556 сайтында бирергә мөмкин.

– Проект 2023 йылдан эшләй башланы һәм популярлыҡ яуланы. Быйыл уға ла шундай уҡ ҡыҙыҡһыныу булыр, тип көтөлә. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең университеттарының һәм ғилми ойошмаларының I – III курстары аспиранттары Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының билдәле эксперттары һәм ғалимдары менән осрашасаҡ. Алты көн дауамында оҫталыҡ дәрестәре, фәнни дискуссиялар, лекциялар үтәсәк. Әммә йәш ғалимдар фәнни эшмәкәрлек менән генә йәшәмәй, шуға күрә улар өсөн төрлө команда ярыштары ойошторорға ҡарар ителде. Иң яҡшы ҡатнашыусылар Рәсәйҙең алдынғы университетында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Видеояҙма сығанағы: vk.com/zabelinm.

Фото: скрионшот.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2024-07-27/b-ry-n-rayonyna-y-sh-alimdar-yyyylasa-3863849
Автор:
Читайте нас