Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Июль , 11:05

Балаларға — заманса майҙансыҡ

“Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү”  дәүләт программаһы ярҙамында   Бикйән ауылында  заманса балалар майҙансығы  төҙөлдө.

Балаларға — заманса майҙансыҡ
Балаларға — заманса майҙансыҡ

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла хәстәрлек күреү, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләгәйне.

2019–2024 йылдарҙа Башҡортостандың ауылдарында һәм ҡалаларында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Был йүнәлештә төрлө дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла.

“Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү”  дәүләт программаһы ярҙамында  Борай районы  Бикйән ауылында ла  заманса балалар майҙансығы  төҙөлдө.

Майҙансыҡта балаларға күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булды­рылған: каруселдәр, бәүелсәктәр, пирамидалар, таусыҡтар урынлаш­тырылған, ҡом менән уйнау урындары йыһазландырылған, спорт ҡорамалдары ла хәстәрләнгән.

Заманса балалар майҙансығы хәүефһеҙлек талаптарына ла тулыһынса яуап бирә. Ҡоролмалар аҫтына махсус, йомшаҡ резина япма йәйелгән. Сабыйҙар ҡолай ҡалһа, ул йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, ҡоролмалар яҡшылап нығытылған.

“Борай районында  ял итеү зоналарын, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын булдырыу, ҡоймаларҙы яңыртыу, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән һуҡмаҡтарға таш түшәү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, эскәмйәләр һәм урналар, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу буйынса байтаҡ  эштәр башҡарылды. Бына  Бикйән ауылында балалар өсөн майҙансыҡ төҙөлдө.  Әле халыҡ менән осрашып, территорияны артабан   төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса кәңәшләштек. Киләсәктә был урын халыҡ яратып килгән ял итеү  үҙәгенә әйләнһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн күперҙе, ҡойманы яңыртырға, эскәмйәләр ҡуйырға, футбол һәм волейбол уйнау өсөн майҙансыҡ төҙөргә планлаштырҙыҡ”,  — тине Марат Рәшит улы     Ахунов, район хакимиәте башлығының  инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары.

Наилә Имаева әҙерләне.

Фотолар Марат Ахуновтың “Бәйләнештә” социаль  селтәренән алынды.

https://m.vk.com/wall131920620_6291

 

Балаларға — заманса майҙансыҡ
Балаларға — заманса майҙансыҡ
Читайте нас: