Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Июль , 16:40

Азин урамында йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ

Иҫке Ҡаҙансы ауылында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Азин урамына  юл һалалар.

Азин урамында йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ
Азин урамында йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ

 

Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға, төҙөкләндереүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҙур  иғтибар бүленә.

2014 йылдан алып Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы барлыҡҡа килгән был программа ҙур уңыштарға өлгәшеп килә. Был айырыуса ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға, төҙөкләндереүгә бик тә уңайлы ысул.

Йыл һайын уҙғарылып барған был программала Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡы әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар Азин урамына юл һалыу проектын күтәреп сығып, еңеп сыҡты конкурста.

 Азина урамына юлды Винер Гәрәев  етәкселегендәге “Уралуниверсалстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һала. Юлсылар бер көн эсендә ҡырсынташ ташып һалып, тигеҙләп, халыҡ рәхмәтенә  күмелде.

Ауылда «халыҡ контроле» уяу эшләй. Ошо урамда йәшәүселәр ҡапҡа алдында эшселәрҙең йылдам эшен һоҡланып ҡарап, ҙур техникалар эшен күҙәтеп тора.

— Халыҡ шул тиклем ҡыуана. Ҡасандан бирле ошо соҡор-саҡырлы юлдар менән интектек. Яҙлы-көҙлө бысраҡ булһа, йәй буйы юл туҙаны ялҡытты. Ниһайәт, беҙ ҙә юллы булабыҙ! Егеттәр маладис, бер көн эсендә   юлды һалып та ҡуйҙылар!  Ошо урамда йәшәүселәрҙән ҙур рәхмәт, уларға уңыштар юлдаш булһын. Шатлыҡтан бөтә урам халҡы өмәгә сығып, урамды  тағы ла бер йыйыштырып, сүп үләндәрен сабып, йәшәлмәгән йорт территорияларын да тәртипкә килтерҙек”, — тип ҡыуанысын еткерҙе  ошо проектты башлап йөрөүсе әүҙем ағинәй Эльвера Зиннәтова.

 

Наилә Имаева.

Азин урамында йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ
Азин урамында йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ
Азин урамында йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ
Читайте нас: