Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Июль , 14:20

Афарин, Ралина!

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Ралина Ғайсина  Рәсәй командаһы составында “Сикһеҙ экология” Белоруссия һәм Рәсәйҙең йәш экологтары слетында ҡатнашты һәм  «Энтомология» номинацияһында еңеүсе булды!  

Афарин, Ралина!
Афарин, Ралина!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы  Ралина Ғайсина Минск ҡалаһында уҙған “Сикһеҙ экология” Белоруссия и Рәсәйҙең йәш экологтары слетында “Энтомология” номинацияһында  ҡатнашты. Һәләтле ҡыҙҙың остаздары  -  Альбина Фәтихова һәм Сергей Герасимов.р

Ралина  Рәсәйҙең һәм Белоруссияның  70 йәш экологы менән берлектә   16 июлдән 23 июлгә тиклем  “Нарочанск” милли паркында   һәм “Зубренок” белем биреү- һауыҡтырыу милли балалар үҙәгендә   Нарочанск заповеднигы тәбиғәтен Рәсәйҙең һәм Белоруссияның   эксперт-ғалимдары етәкселегендә өйрәнде. 

Тырыш  ҡыҙ бында ла уңыштары менән һөйөндөрҙө. Ралина  «Энтомология» номинацияһында еңеүсе булды!

Ралинаны һәм уның остаздарын ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләбеҙ!

 Наилә Имаева.

Афарин, Ралина!
Афарин, Ралина!
Читайте нас: