Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Июль , 11:00

Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә

Ҡарткиҫәк ауылы халҡының  уңғанлығына, фантазияһына, тынғыһыҙлығына иҫең китер!

Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә

 

Йәйгеһен гөрләп торған ҡалаларҙы үҙ иткәндәр ҙә тыуған ауылына, йәйғорҙай балҡыған тәбиғәт ҡосағына ҡайтырға ынтыла. Йәшеллеккә, йәмгә тулған ауылдан да йәнлерәк, күркәмерәк донъя юҡтыр төҫлө. Йәй етһә, һәр кем ихатаһын, баҡсаһын гөл-сәскәгә күмеп, тирә-яҡты балҡытып, ауылдаштарын һоҡландырып йәшәргә тырыша. Халыҡтың уңғанлығына, фантазияһына, тынғыһыҙлығына иҫең китер! Беҙ быны Асҡын районы кешеләре ихаталарында ла тап иттек, иҫ китерлек тәбиғәт мөғжизәләрен ҡарап, ҡул оҫталарының ябай ғына нәмәләрҙе ҡомартҡыларға әүерелереүен күреп, ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы.

“Ҡарткиҫәктә йәшәгән әсәле-ҡыҙлы Ибраһимоваларҙың ҡурсаҡлы йорт-ихатаһын күрмәй китмәгеҙ, үкенерһегеҙ!” – тигәндәре дөрөҫкә сыҡты. Ысынлап та, был ғаилә менән таныша алмау үкенесле булыр ине. Беҙҙе Рәйлә ханымдың ҡыҙы Зилә менән ихатаның һәр мөйөшөндә тиерлек ни менәндер мәшғүл булған ҡурсаҡтар ҡаршы алды. Бәрхәттәй сирәмдә үлән сүпләгән ҡаҙ бәпкәләрен көткән “ҡыҙ бала” тигәнебеҙ ҡурсаҡ икән дә баһа! Беҙгә ҡарашын төбәп, аҙбарҙан сығырға йыйынған аҡ яулыҡлы өләсәй менән иҫәнләшергә уйлаһаҡ, ул да ... бик елле ҡурсаҡ булып сыҡты. Ысын тип торорһоң!

Йорт яғына ыңғайлаған һайын үҙеңде әкиәт донъяһына барып сыҡҡандай тояһың. Йәнһүрәт, әкиәт, кино геройҙары һине ҡаршылап, сәләм биреп тора. Рәйлә ханымдың ҡурсаҡтар ижад итеү менән мауығыуы ҡыҙы Зиләгә лә “йоҡҡан”. Йорт хужабикәһенең өйҙә булмауы кәйефте бер аҙ ҡырһа ла, ҡул оҫтаһының ҡабатланмаҫ ижади эштәрен үҙ күҙҙәрең менән күреп, ҡулдарың менән тотоп ҡарау мөмкинлеге һөйөндөрҙө. Өс баланы тәрбиәләп үҫтергән әсәнең түҙемлек һәм ваҡыт талап иткән ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ҡайҙан дәрт-көс алыуына аптырарһың. Йорт эсе тулы ижад өлгөләрен ҡарап ләззәтләнеү өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк икән. Музейҙағы кеүек бында. Таҫмаларҙан эшләнгән картиналар, бисерҙан яһалған ағастар, сигелгән аҡ мендәр, юрған тыштары, иҙәнде ҡаплаған аллы-гөллө балаҫтар – барыһын да һынап бөтөрлөк түгел!

– Әсәйем ҡул эштәренә бик оҫта минең. Үҙе тегә, үҙе сигә, ҡурсаҡтар эшләй... Уның “сире” миңә лә йоҡто. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе икәүләп бергә эшләнек. Ә бына ырғаҡ менән бәйләргә күрше Мәрзиә инәй өйрәтте. Иҙәндәге балаҫтарҙы тап уның әйткәненсә бәйләнем, – ти Зилә Ибраһимова. – Айырыуса көҙгө мәшәҡәттәр тамамланғас, оҙайлы ҡышҡы кистәрҙә бәйләүгә тотонабыҙ. Ҡурсаҡтар эшләү – минең  иң яратҡан шөғөлөм. Өфөлә үткән конкурстарҙа милли костюмдарҙағы ҡурсаҡтарым менән ҡатнашҡаным булды. Башымда ҡыҙыҡлы идеялар йөрөй, уларҙы ла аҡрынлап тормошҡа ашыраһы ине.

Ә бит ҡурсаҡтар тегеү шөғөлө элек Рәсәйҙә бик киң таралған булған. Нигеҙҙә ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡансы был шөғөл менән мауыҡҡан, үҙҙәренең иң яҡшы, иң матур “копияһын” эшләргә тырышҡан. Хужабикә туйҙан һуң арып-талсыҡһа, кәйефе китеп торһа, көндәлек мәшәҡәттәр ялҡытһа, ул йәшлеген хәтерләткән ҡурсаҡты алып йыуаныр булған, тиҙәр. Ысындырмы-буштырмы, хәтирәләр йәнә йәшлек матурлығын, көс-дәртен арттырып, ҡатынды балҡытып ебәрергә ярҙам итә икән! Һәр ҡыҙ ҡурсаҡ яһағанда мотлаҡ рәүештә теләктәр теләгән, кемгә – бай кейәү, кемгә – бала, кемгә – уңыш... Ҡурсаҡтарға айырым мәғәнә биреүҙән тыш, үҙҙәренең уй-теләктәрен, көсөн дә һалғандар. Һәм ҡурсаҡтар бик йәнле, тере кеүек килеп сыҡҡан. Улар талисман, һаҡлаусы бетеү ролен үтәгән, бәхетһеҙлектәрҙән, сирҙәрҙән ғаиләне һаҡлаған.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр категорияһына ҡараһа ла, Зилә лә тормошта һис юғалып ҡалмаған. Себерҙә эшләүсе апаһы Гөлнараны һәм ағаһы Рәмилде яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә ала. Телевидение тапшырыуҙарында ҡул оҫталарының эштәрен күрһә, шунда уҡ иғтибар менән ҡыҙыҡлы деталдәрҙе отоп ҡалырға, өйрәнергә тырыша. ”Йыш ҡына үҙемдең фантазиямды эшкә егәм, уйлана-уйлана, ижадыма яңылыҡ индерергә тырышам. Ә ижади эштә яңы һүҙ әйтеүе анһат түгел”, – ти танышыбыҙ, ҡул оҫтаһы Зилә Ибраһимова. Ҙур уңыштар теләйбеҙ уңған, һәләтле ҡыҙға!

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Дина Арсланова.
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Ҡурсаҡтар ҡаршылап, сәләм бирә
Читайте нас: