Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Июль , 12:00

Гөлфинәнең йөрәгенә барыһы ла һыя

Яңы Бағаҙы ауылында тыуып үҫкән Гөлфинә Шәрифулла ҡыҙына бәләкәйҙән яуаплылыҡты өҫтөнә алырға тура килгән, ғаиләлә бит унан башҡа туғыҙ  туғаны бар!    

Гөлфинәнең йөрәгенә барыһы ла һыя
Гөлфинәнең йөрәгенә барыһы ла һыя

Асҡын районының Яңы Бағазы ауылында тыуып үҫкән Гөлфинә Шәрифулла ҡыҙына бәләкәйҙән яуаплылыҡты өҫтөнә алырға тура килгән, ғаиләлә бит унан башҡа туғыҙ  туғаны бар! Гөлфинә – алтынсыһы. Атаһы Шәрифулла Ҡорбанов  – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡыҙға бик иртә өлкәнәйергә, донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Заманында Үзбәкстанда ла  эшләп ала. Ҡыҙы  Илмира тыуғандан һуң ғаилә тыуған яғына ҡайта. Бында Алһыу исемле тағы бер ҡыҙҙары донъяға килә, тип яҙа “Аскинская новь”.

– Ғүмер буйына һаулыҡҡа туя алманым. 2017 йылда кардиостимулятор ҡуйыу буйынса ауыр операция үткәрҙем. Хәҙер минең йөрәк даими контролдә, – ти Гөлфинә Ҡорбанова.

Әммә ул ауырлыҡтарға бирешергә уйламай, әсәнең тырышлығына, ихата тулы сәскә түтәлдәренә, матурлыҡ тыуҙырыуына иҫең китер. Рауза һәм гортензия – уның иң яратҡан сәскәләре. “Гөлфинәнең баҡсаһында сүп әҫәре күрмәҫһең”, ти ауылдаштары.

Өләсәйҙең иң яратҡан һөйөклөләре, әлбиттә, ейәнсәрҙәре Элина һәм Айдина. “Мин уларҙың һәр ҡаҙанышына шатланам, ейәнсәрҙәрем менән йышыраҡ осрашырға тырышам, ҡыҙҙарымдың яратҡан ашын – маяшты әҙерләйем. Беҙҙә бауырһаҡты шулай тип йөрөтәләр”, – ти өләсәй.

Уңған баҡсасы ла, бына тигән аш-һыу оҫтаһы ла ул. Йыш ҡына күрше-күләне байрамдарға уның бәлеш, былау кеүек аштар әҙерләүен һорай. Ауылдаштарының тәрән ихтирамын ҡаҙанған һоҡланғыс әсә һәм өләсәй Гөлфинә Шәрифулла ҡыҙына һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото:клкhttps://vk.com/askinskayanov

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: