Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Июль , 11:00

Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Сәләхова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:

Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Сәләхова ижадынан бер шәлкем
Балтас районының талантлы уҡытыусыһы Зөһрә Сәләхова ижадынан бер шәлкем

Зөһрә СӘЛӘХОВА 1948 йылдың 26 февралендә Иҫке Бикмәт ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагония институтын тамамлап, 40 йылдан артыҡ Түбән Һикеяҙ ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Мәғариф отличнигы, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда.

Тыуған ергә мәҙхиә
Эй, Тыуған ер!
Аяҡтарым, тупрағыңа баҫып,
Тәүге эҙҙе һиндә һалғандар.
Атам йорто, әсәм әйткән һүҙҙәр
Йәдкәр булып иҫтә ҡалғандар.
Ошо ерҙән ялан аяҡ үтһәм
Йылы йүгерә һаман йәнемә.
Еләк йыйған болон-аҡландарың,
Һыуың тәме, зифа ҡайындарың
Онотолмаҫҡа һеңгән ҡаныма.
Йәйҙәр йәмле һиндә, көҙҙәр йомарт,
Ап-аҡ ҡарлы, бәҫле ҡыштарың.
Гөл-сәскәләр, һайрар ҡоштар менән
Нурҙар һибеп килә яҙҙарың.
Йылдар үткән һайын аңлашыла
Тыуған ерҙең берҙән-берлеге.
Был донъяға килгән минутымдан
Һинән алам күңел көрлөгө.
Һинән алам көс-ҡеүәтем һаман,
Абынманым ғүмер үрендә.
Нишләр инем, һин булмаһаң әгәр,
Эй, ауылым, күңел түрендә!?
Бар булмышым менән береккәнмен
Нигеҙ буйындағы таштарға.
Бәхет үҙе ошо: яҙған икән
Тыуған ерҙә йәшәп,
Тыуған телдә һөйләп,
Нәҫел ебен өҙмәй йәшәргә.

 

Кеше кәрәк
Кеше кәрәк, ауаз һалып
Был донъяға килгәндә лә,
Бергә туңып, бергә уңып
Ғүмер юлын үткәндә лә.
Тормош йөгө иңгә баҫып,
Иҙгәндә лә кеше кәрәк.
Уңыштарың килһә, тағы
Бүлешергә кеше кәрәк.
Кеше кәрәк, бәхет татып,
Бар ғәләмде ҡосҡанда ла.
Кеше кәрәк, бәхилләшеп
Ахирәткә күскәндә лә.
Кеше кәрәк һәр ваҡытта,
Онотмайыҡ ошо хаҡта.



Тағы бер яҙ килде
Ергә тағы бер яҙ килде,
Ҡайтҡан, ана, ҡара ҡарғалар.
"Иҫән булғас, ҡайттыҡ," - тиеп
Бар донъяға ауыз һалалар.
Ергә тағы бер яҙ килде,
Бер хоҙурлыҡ инде йәнемә.
"Иҫән торҙоғоҙмо?" - тигән кеүек
Сыйырсыҡтар ҡанат ҡағына.
Ергә тағы бер яҙ килде,
Ҡыр ҡаҙҙары үтте теҙелеп.
"Һаумы, - тиҙәр,- ғәзиз тыуған яҡтар!"
Үҙәктәрем китте өҙөлөп.
Ергә тағы бер яҙ килде,
Үләндәр ҙә төрттө моронон.
Был миҙгелде мәңгелеккә ҡушып,
Үрә ҡайын йәшел толомон.
Тағы бер яҙ килде тимәк...
Ашҡынып та яҙҙы көтәһең.
Ашыҡтырып, ҡыуып, һиҙмәй, абайламай
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһең.
Йәшәйештең бөйөк сере, көсө
Хикмәте лә ошо күрәһең....

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-29/baltas-rayonyny-talantly-u-ytyusy-y-z-r-s-l-hova-izhadynan-ber-sh-lkem-3812210?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: