Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Июнь , 11:00

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Резеда Әхәтова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:    

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Резеда Әхәтова ижадынан бер шәлкем
Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Резеда Әхәтова ижадынан бер шәлкем

Резеда ӘХӘТОВА 1933 йылдың 8 ноябрендә Бөрө районының Үрге Ласынтау ауылында тыуған. Бөрө педагогия училищеһын тамамлай. 1954 йылда йүнәлтмә буйынса Асҡын районының Солтанай ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә. Артабан Иҫке Ҡаҙансы, Төлгөҙбаш мәктәптәрендә эшләй. 30 йылдан ашыу педагогик стажға эйә мәғариф ветераны.

Утлы йылдар хәтирәһе
Бер телемде бишкә бүлдек –
Беҙ һуғыш балалары.
Йөрәктә мәңге һаҡланыр,
Юйылмаҫ яралары.
Йәшерен таш, тип ашаныҡ
Алабута күмәсен.
Аслыҡтан яман нимә юҡ,
Башҡа бер кем күрмәһен.
Ҡаҡы, йыуа, балтырғандан
Аш бешерҙек ҡаҙанда.
Байрам ашы тейә инек,
Бер ус оно булғанда.
Утын, һаламын ташыныҡ
Һыйыр егеп санаға.
Зарланманыҡ, уфтанманыҡ,
Риза булдыҡ заманға.

Күрше хаҡы
Инһен күршең ут алырғ,
Инмәһен ҡот алырға.
Инһен хәлдәрҙе белергә,
Инмәһен ут һалырға.
Заманында утты ла беҙ
Һаҡланыҡ көлгә күмеп.
Иртән торғас инеп сыҡтыҡ
Күршенең хәлен белеп.
Хәл белеп тә инмәйҙәр, тип
Ҡартайғас ҡала хәтер.
Күршелә кем йәшәгәнене
Белмәйбеҙ ҡайсаҡ хәҙер.
Күршең була күҙ ҙә ҡолаҡ
Үҙең булмаһаң өйҙә.
Яңы бешкән икмәк менән
Саҡыр күршеңде сәйгә.
Сирләп китһәң күршең инһә
Хәлдәр өҫтәлеп китә.
Күршең менән аралашып
Йәшәүҙәргә ни етә!?

Яралы яҙмыш
Беҙҙең йәшлек тура килде
Ҡара һағыш, ҡанлы йылдарға.
Үткән йылдар һаман иҫкә төшһә
Йөрәк әрней, юҡ һис дауа.
Күпме сабый күҙ йәштәре түкте,
Ә әсәләр яңғыҙ тол ҡалды.
Баһадирҙай ирҙәр, егеттәр
Тыуған илен һаҡлап баш һалды.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-26/o-taly-ty-yu-sikt-re-3824274
Читайте нас: