Ҡариҙел районында “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте етәксеһе Регина Ғәйнуллина әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан һәм маҡсатсан йәштәрҙең сағыу вәкиле булып тора. Уның хәҙерге эшмәкәрлеге киләсәктә ата-бабаларының, атай-әсәйҙәренең данлы традицияларын дауам итәсәк, шул уҡ ваҡытта район, республика, хатта ил үҫешенә яңы этаптар индерәсәк йәш быуын менән тығыҙ бәйләнгән.
Регина Павловна районыбыҙҙың ҙур булмаған Сәпәш ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса юғары белемде БДУ-ла, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетында ала, башта бакалавриат, ә һуңынан магистратура программаһын үҙләштерә.
— Педагог һөнәрен осраҡлы ғына һайламаным — ысын уҡытыусылар өлгөһө булып минең өсөн һәр ваҡыт тәүге уҡытыусыларым һәм, әлбиттә, әсәйем менән өләсәйем торҙо. Тап улар миңә күңелеңә яҡын һөнәрҙе табыуҙың мөһимлеген аңлатты, — тип һөйләй Регина Ғәйнуллина. — Студент йылдарында балалар ял лагерҙарында тәрбиәсе һәм вожатый булып эшләнем. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм район үҙәгенең 1-се мәктәбендә уҡытыусы-логопед булып эшләнем.
Уҙған йылдың авгусында йәш, әүҙем һәм үҙ һөнәрен яратҡан педагогҡа «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе белгесе булырға тәҡдим итәләр. Әңгәмәләшеүҙе һәм тесты уңышлы үтеп, сентябрҙән Регина Павловна яңы ғына түгел, ә район мәғариф системаһына башлап ҡына индерелгән вазифала эшләй башлай.
— Бер йыл үтеп тә китте һәм ошо ваҡыт эсендә мин хәрәкәткә бик күп баланы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы йәлеп иттем. Беҙ 12 йүнәлеш буйынса төрлө эшмәкәрлек алып барабыҙ, — тип дауам итә ул. — Миңә төрлө форматта эшләү оҡшай, шуға күрә уҡыусыларҙы мөмкин тиклем күберәк акциялар һәм проекттар менән ҡыҙыҡһындырырға тырышам. "Беренселәр хәрәкәте"ндә ҡатнашыу, ысынлап та, күп һанлы марафондар, конкурстар, проекттар, чемпионаттар ваҡытында үҙ идеяларыңды тормошҡа ашырырға ҙур мөмкинлектәр бирә, шулай уҡ был үҙ-үҙеңде тормошта табыу өсөн яҡшы старт. Беҙҙең районда һәләтле балалар күп, улар барыһы ла ҡыҙыҡлы, маҡсатсан, ныҡышмал. Ҡыҙҙар һәм малайҙар тәҡдим ителгән сараларҙа һәм төрлө форумдарҙа ҡатнашыуҙан ҡурыҡмаһын ине. Мин ошолар өҫтөндә эшләйем.
Регина Ғәйнуллина балаларҙы ихлас яратыуын әйтә. Ул тәрбиәләнеүселәре тураһында ихтирам һәм әсә хәстәрлеге менән һөйләй, уларҙы асыҡ, тура һүҙле тип атай. Балаларға ышанғанда уларҙың әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылыусан булыуын билдәләй. Шул уҡ ваҡытта кәрәк саҡта Регина Павловна ҡәтғи һәм талапсан да була белә.
— Һәр баланың үҙ фекере һәм тормош позицияһы бар. Уларға кемгәлер ярҙам итеү һәм үҙҙәренә саралар ойоштороу һәм үткәреү оҡшай. Шуға күрә минең бурысым — балаларға ярҙам итеү, уларҙың иң яҡшы сифаттарын үҫтерергә булышыу. Районыбыҙҙа «Беренселәр хәрәкәте»н үҫтереү мөмкинлегенә эйә булып, мин уның мәғәнәһен күрһәтеү һәм асыу ғына түгел, ә үҫмерҙәр өсөн дуҫ, остаз, өлкән иптәш булырға ла ынтылам, — тип аңлата ул.
“Беренселәр” юннат хәрәкәтен тергеҙә, “Зарница” уйнай, үҙ гәзит-журналдарын булдыра, иптәштәрсә спорт ярыштары үткәрә, үткән һәм хәҙерге геройҙар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлай, ирекмәндәр акцияларында һәм марафондарында ҡатнаша.
— Беҙҙең тормош — ул даими хәрәкәт, камиллашыу һәм үҫеш, ә йәшлек — дәрт һәм ҡыйыу маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты. Шуға күрә балалар һәм йәштәр хәрәкәте илебеҙҙең киләсәгенә ҙур өлөш индерә. Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте — илдәге бөтә балалар һәм йәштәр ойошмаларын берләштереү маҡсатында балалар, йәштәр һәм остаздар тарафынан ойошторолған берҙән-бер хәрәкәт. Уның бер өлөшө булыу үҙ фекереңде әйтергә хоҡуҡ алыу, һәләттәреңде һәм ижади идеяларыңды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге алыу, тигәнде аңлата, — ти Регина Павловна.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Регина Ғәйнуллина шәхси тормошо менән уңышлы берләштерә: ике йәшлек улына хәстәрлекле әсәй һәм һөйөклө ҡатында ул.
— Туғандарымдың һәм яҡындарымдың һау-сәләмәт булыуы минең өсөн тормошта иң ҡәҙерлеһе, — ти.
Йәш белгестәрҙең уҡыуҙарын тамамлағандан һуң тыуған районына ҡайтып, йәнтөйәге мәнфәғәтенә тырышып эшләүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, мәҡәләм геройы кеүек. Уның иңенә йәш быуында кешеләргә һәм Тыуған илгә хөрмәт, Ватанға һөйөү, ысын кешелек ҡиммәттәре тәрбиәләү һәм балаларҙың һәләттәрен үҫтереү буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Регина Павловнаға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.