Ғаилә — йәмғиәттең бәләкәй һәм шул уҡ ваҡытта кәрәкле ойошмаһы. Уның төп бурысы — йәшлектәге мөхәббәтте олоғаса һаҡлап, әсә һөтө менән балаларға яҡшы сифаттар һеңдереп, тәрбиәле, белемле, хеҙмәтте, тыуған ерен һөйгән ул-ҡыҙҙар үҫтереү. Бәләкәй Баҙраҡ ауылында ошо ҡиммәттәрҙе тормош девизы итеп, матур ғүмер кисереүсе Ләйсән Юрис ҡыҙы һәм Вадим Флорис улы Исламовтарҙың быйыл өйләнешеүенә 15 йыл тулды.
Исламовтар йәшәү мәғәнәһен аңлап, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-яҡтағыларға үрнәк булып ғүмер кисерә. Дөйөм алғанда, тормошта ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Ә Ләйсән менән Вадимға был сифаттар хас.
Исламовтар бер-береһен бала саҡтан белә. Улар бер ауылда, бер йылғала һыу ҡойоноп үҫә, бер мәктәпте тамамлай. Яҙмыштары берҙер инде, төрлө йылдарҙа студент саҡтары ла бер ҡалала — Бөрөлә үтә. Ләйсән кооператив техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә, ә Вадим водителгә уҡып сыға.
Ҡулына таныҡлыҡ алғас, Вадим Нефтеюганск ҡалаһына юллана. Хеҙмәт юлын йәш егет руль артында башлай. Ә Ләйсәнгә килгәндә, уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алғас, Өфө ҡалаһында һатыусы булып эш башлай.
Бер-береһен күптән белһәләр ҙә, мөхәббәт уты йәштәрҙә тыуған ауылға ҡайтҡас ҡабына. Икеһе лә буй еткергән, матур, сибәр, йәшлек дәрте бөркөп тора. Ауыл мәҙәниәт йортонда күрешә Ләйсән менән Вадим. Осрашып оҙаҡ йөрөмәйҙәр, тәүәккәл егет ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ләйсән ризалыҡ биреп, ике йәш йөрәк ғаилә ҡора. Исламовтар Вадимдың эшләгән ҡалаһына — Нефтеюганскиға күсенеп китә. Ләйсән унда һатыусы булып эшләй. Ҡыҙҙары Линара менән Луиза тыуғас, Исламовтар тыуған ауылдарында өй һатып алып, күсенеп ҡайта.
“Ниңә ҡаланан ауылға ҡайтырға булдығыҙ?” — тигән һорауға, икеһе лә бер тауыштан: “Беҙ бит ауыл балалары, ҡалала йәшәү беҙҙең өсөн түгел”, — тип яуапланы. Ғаиләгә бәхет өҫтәп, ауылда улдары Руслан тыуа.
Вадим шулай уҡ Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй, монтажсы, бригадир ул.
Ләйсәндең әсәһе Фәридә Ғиниәт ҡыҙы ауылда мәҙәниәт йорто мөдире булғанға, уның бала сағы сәхнә артында үтә. Йыр-моңға ғашиҡ әсәһе янында Ләйсән дә бейергә, йырларға өйрәнә. Ауылға күсенеп ҡайтҡас, мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе урыны буш булғанға, бер ҙә уйлап тормай шунда урынлаша.
— Аллаға шөкөр, һәр көндө шатланып бара торған яратҡан эшем бар, — ти Ләйсән Юрис ҡыҙы. — Нормаһыҙ эш көнө булһа ла, зарланмайым. Ҡайһы саҡта ҡараңғы төшкәс кенә өйгә ҡайтып инәм, ярай әле ҡыҙҙарым үҫеп килә, ҡул араһына инәләр. Өйҙәге бар эште ла улар эшләй, ҡош-ҡортто ла ҡарайҙар, ашарға ла бешерәләр.
“Татыу, башҡаларға өлгө булып йәшәүҙең үҙ сере бармы һеҙҙең ғаиләлә?” — тип һорайым мөләйем хужабикәнән.
— Бер-береңде аңларға тырышып, ишетеп, асыу һаҡламайынса, кәңәшләшеп, хөрмәт итеп йәшәүҙәлер. Теүәл генә рецепты юҡ инде. Ололар бит юҡҡа ғына: “Сабыр төбө — һары алтын”, тимәгән, — тип яуаплай Ләйсән.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре булғас, уның эшен аңлап, Ләйсәнгә ғаиләһе ҙур ярҙам күрһәтә. Үҙе кеүек балалары ла сәхнә артында үҫә. Ҡыҙҙары Линара бер концерттан да ҡалмай, оҫта бейей. Луиза ла апаһынан ҡалышмай. Улдары Руслан да сәхнәлә сығыш яһай. Вадим да ялдарында тормош иптәшенә ярҙам итергә тырыша.
Лира Юрасова.
Борай районы.