Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Июнь , 09:50

Ҡарткиҫәк мәктәбе бөгөн 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Бер быуатлыҡ белем усағын юбилейы менән ҡотларға төрлө яҡтарҙан элекке уҡыусылары, һөнәри ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, лайыҡлы ялға сыҡҡан ветеран педагогтар  һәм район үҙәгенән мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.

Ҡарткиҫәк  мәктәбе  бөгөн  100 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Ҡарткиҫәк мәктәбе бөгөн 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй


Ҡарткиҫәктәр бер быуатлыҡ юбилейға етди әҙерләнгәйне. Ауылға йәм биреп  балҡып ултырған белем усағы матур итеп биҙәлгән, ихатала төрлө  күргәҙмәләр һәм майҙансыҡтар ойошторолған, иртә менән мәктәп музейында Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина   ҡунаҡтарҙы  ауыл  һәм белем усағы тарихы менән таныштырып, бай мәғлүмәт менән уртаҡлаша.

Алсаҡ йөҙлө уҡытыусылар, сәскәләр, шарҙар тотҡан уҡыусылар әллә ҡайҙан ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп тора.

Мәктәп ихатаһында бығаса булмаған йәнлелек - төрлө йәштәге кешеләр гөж килә.

Был иртәлә нисәмә йылдар дауамында күрешмәгән һабаҡташтар табышып, күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары менән осрашып, хәтирәләр яңыртты.

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: