Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
28 Июнь 2024, 06:05

Гәзитле лә, бүләкле булдылар!

Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылыусылар араһында матур бүләктәр уйнатылды.

Гәзитле лә, бүләкле булдылар!Гәзитле лә, бүләкле булдылар!
Гәзитле лә, бүләкле булдылар!

Бүләктәрҙең бағыусыһы — “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.

Асҡын районынан барлығы редакцияға 75 квитанция килде. Алты айға яҙылыусы дуҫтарыбыҙ араһында 5 бүләк уйнатылды.

Бүләк отоусы гәзит уҡыусыларыбыҙ:

  1. Шәймөхәмәтова Ирина, Асҡын ауылы.
  2. Фаһаманова Фәйрүзә, Солтанбәк ауылы.
  3. Суфиянова Сулпан, Солтанбәк ауылы.
  4. Ҡыямова Алия, Иҫке Ҡаҙансы ауылы.
  5. Зәбирова Фридә, Ҡышлауйылға ауылы. 

Ҡариҙел районынан бүләк отоусы:

  1. Мөнирова Рәфилә, Ҡариҙел ауылы.

Борай районынан бүләк отоусы:

  1. Шакирова З., Ҡайынлыҡ ауылы. 

Балтас районынан бүләк отоусы:

  1. Арсланова, Суҡалы ауылы.

Бөрө ҡалаһы һәм районынан бүләк отоусы:

  1. Мәхмүтйәнова Айгөл, Бөрө ҡалаһы.

Иҫтәлекле бүләктәр отоусыларҙы  ихлас ҡотлайбыҙ! 

2024 йылдың икенсе ярты йыллығында ла "Йәнтөйәк" менән бергә ҡалыусы дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ!

Бергә булдыҡ, киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ!

Бүләк уйнатыуҙың нисек үтеүен “Бәйләнештә”ге социаль селтәребеҙҙән ҡарай алаһығыҙ.

Редакцияға бүләк алырға килеүсе гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙҙәре менән паспорт һәм ИНН алып килеү мөһим. Был отчет өсөн кәрәк.

Наилә Имаева.

 

Гәзитле лә, бүләкле булдылар!
Гәзитле лә, бүләкле булдылар!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас