Линар ҒАЯЗОВ 1974 йылдың 23 апрелендә Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуа. Бөрө дәүләт педагогия институтының рус филология факультетын тамамлағас, Бөрө рьайонының Осиновка мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Аҙаҡ тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ҡурайсы, музыкант, рус һәм башҡорт телендә шиғырҙар яҙа.
Беҙҙең яҡтар
Тыуған яҡтар бигерәк матур,
Шишмәгә бай, урмандарға,
Яландарға, йылғаларға.
Ҡояш кеүек ҡыҙҙар ҙа.
Уйын көлкө, йыр-моң менән
Матур үтә байрамдар.
Шифалы, тәмле ризыҡҡа
Тулы була табындар.
Һоҡландары бейеүҙәр ҙә,
Моңло бигрәк йырҙар ҙа.
Йылға буйы тирәктәре
Ауылым биҙәктәре.