Мәғдән ФАЗЫЛОВ 1960 йылдың 19 сентябрендә Көндәшле ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм ғүмеренең 30 йылын уҡытыусы һөнәренә бағышлай. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы.
Уҡытыусыма
(Беренсе уҡытыусым Ә. Рәҡиповаға)
Шағир әйткән,
Белеп, дөрөҫ әйткән,
Килмәй башҡа һүҙҙәр табаһы:
– Һинең ғүмер – дәрес...
Һин бит беҙҙең уҡытыусы апай,
Һәйбәт апай,
Белем апайы.
Бына һин дә инде етмештәһең,
Беҙ ҙә түгел мәктәп балаһы.
Тик тормоштоң ауыр саҡтарында
Килә һинән дәрес алаһы.
Яңылышабыҙ ҡайһы саҡ, абынабыҙ,
Их, ниңә һуң Һиндәй түгелбеҙ?
Ҡай саҡтарҙа артыҡ сабырлыбыҙ,
Кәрәкмәгән саҡта – түҙемһеҙ.
Һин тормоштоң бөтә баҫкыстарын
Таҙа намыҫ менән үткәнһең.
Маҡтауҙарға, данға ғына түгел,
Һәйкәлдәргә лайыҡ күптән Һин.
Үҙ-үҙеңде нисек эҙләп табып,
Нисек үҙең булып ҡалаһы?
Был һорауға дөрөҫ яуап шулдыр:
Бары Һинән өлгө алаһы.
Урта Уралға
Һине күргәнем юҡ, Урта Урал,
Төшкәне юҡ һиңә юлдарым.
Әллә, нимә менән тартаһыңдыр
Ауылымдың ҡыҙ һәм улларын?
Булғаным юҡ һиндә, Урта Урал,
Таныш түгел Свердлау яҡтары.
Мине ташлап берәү һиңә китте,
Килә бары сәләм хаттары.
Барғаным юҡ һиңә, Урта Урал,
Күргәнем юҡ СУГЭС таңдарын.
Һиңә китте минең йәшлек таңым,
Алып ҡалма бер үк наҙларын.
Мин бит ғүмер буйы сәхнәләрҙән
Урал, теп маҡтап йырланым.
Башҡортостан менән бергә, тимәк
Урта Урал, һине лә ҙурланым.
Картала һин бар, тик белмәйем:
Яңымы һин, әллә күптәнге?
Мин яратҡан ҡыҙҙы тартып алдың,
Әллә һиңә ҡыҙҙар бөткәнме?
Уға тиңдар донъяла юҡ бүтән,
Керфеге -гөл, теле- һандығас.
Төшөп ҡалғандарҙан түгелһеңдер
Минең һөйгәнемде һайлағас.
Бына нимә: давай, Урта Урал,
Егеттәрсә әйҙә, һөйләшәйек.
Эште ҙурға ебәрмәйсә генә
Үҙебеҙсә шулай килешәйек:
Һаҡлап ҡына йөрөт уны бер үк,
Һаҡламаһаң бирәм кәрәгең!
Һаҡлар ерен һәммәһен дә һаҡла,
Барыһынан бигерәк йөрәген!
Унан инде берәр яйын табып -
Һин һанама мине тилегә,
Дан йырлармын һиңә ғүмер баҡый -
Оҙаҡ тотма, оҙат кирегә.
Көндәшлем
Бабайҙарҙан ҡалған серле исем:
Тыуған аулым минең - Көндәшлем.
Бар донъяны гиҙеп эҙләһәм дә
Табалманым һиңә тиңдәште.
Һаҙ башында, Пибек буйҙарында
Ялан тәпәй йөрөгән эҙем бар.
Йәшлегемдә ҡалған наҙлы йәргә
Иң ҡәҙерле әйтер һүҙем бар.
Эй, Көндәшлем минең, Көндәшлем,
Табалманым һиңә тиңдәште.
Һинән юлдар алдым, ауылым,
Үрҙәренә бәхет тауының.