Рәзидә ӘХМӘТОВА 1968 йылдың 19 авгусында Төмән өлкәһендә тыуған. Бала сағы Асҡын районының Баҙансат ауылында үтә. Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта Балтас балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 30 йылдан ашыу педагогик стажға эйә. Йырсы, композитор, бик күп республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
Һағындым
Иртә таңдан өҙлөп һайрай,
Әллә һандуғас микән?
Күңелдәрем бик болоҡһоу,
Һине һағындым, иркәм.
Һинһеҙ ҡаршы алам таңды,
Кистәрем, төндәр уҙа.
Ҡасан күрешербеҙ икән?
Сабырлыҡ бир, эй, Хоҙай!
Һандуғас моңло һайраһын -
Йөрәк моңға сорнала.
Миңә арнап шатлыҡлы ла,
Күңелле йырҙар йырла.
Һиңә
Йондоҙ кеүек емелдәйһең,
Ҡояштай йылмаяһың.
Ай нурындай яҡты йөҙөң -
Ер йөҙөндә берәү һин!
Һин йөрөгән һуҡмаҡтарға
Келәмдәр йәйер инем.
Һандуғастай моңло итеп
Йыр йырлап тоторо инем.
Күк йөҙөндәге йондоҙҙар
Һинең өсөн балҡыһын.
Һин бит минең берҙән-берем,
Шатлығым, ҡыуанысым.
Йыһандағы бар йондоҙҙар
Беҙгә яҡтылыҡ бирһен.
Һин йәшәһәң мин йәшәрмен -
Һөйөү уты һүнмәһен.
Өй эше
Өйҙә ултырған кешенең
Эше бер ҙә күренмәй.
Төнгә ҡәҙәр эшләһә лә
Осона барып етмәй.
Иртән уянып тороуға
Башлана кисәгесә:
Көнө буйына бөтмәй ул
Тауыҡтар сүпләһә лә.
Эшселәр эшләп ҡайталар
Арып, йонсоп, талсығып.
Уларҙың эше күренә
Эш хаҡы, аҡса булып.