Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
21 Июнь 2024, 11:20

Күңелдәрҙе рухландырған, сафландырған әҙәби осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы

Бөгөн Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда  талантлы яҡташыбыҙ Тимерхан Миңлеғәлиевтың “Ғүмерем миҙгелдәре” тип аталған шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте.

Күңелдәрҙе рухландырған, сафландырған әҙәби осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙыКүңелдәрҙе рухландырған, сафландырған әҙәби осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы
Күңелдәрҙе рухландырған, сафландырған әҙәби осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы

Ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә  Фәтихова әҙерләп, сценарий яҙып, йәнле итеп алып барған был сарала Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы Ришат  Ғәбделхәев, урындағы мәктәп директоры Азат  Әхмәтйәнов, Закира Ғилметдинова етәкселегендәге ағинәйҙәр  ойошмаһы ағзалары, урындағы китапханасы Глүзә Закирова,   авторҙың туғандары, класташтары һәм әҙәбиәт һөйөүсе ауылдаштары  ҡатнашты.

Әҙәби осрашыуҙы ауылдың имамы Зәнил хәҙрәт Фәйезов Ҡөрьән аяттары уҡып, ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға именлек, иман байлығы, сәләмәтлек теләп, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын һәм китаптың авторы Тимерхан Нурғәли улы Миңлеғәлиевҡа яңынан-яңы ижади уңыштар теләп, доға ҡылды.

Тимерхан Нурғәли улын тәүге шиғырҙар йыйынтығы  донъя күреүе менән ауыл биләмәһе башлығы  Ришат Мират улы  ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.  Талантлы ауылдашының Ҡубияҙҙа  һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ булыуын белдереп, йышыраҡ тыуған ауылына ҡайтып  йөрөргә саҡырҙы. Ришат  Мират улы  Тимерхан Миңлеғәлиевҡа йәнгә дауа булырҙай  шиғырҙар яҙғаны, ижадында тыуған  төйәген, уның эшһөйәр кешеләрен данлауы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ауыл Советының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

 Ҡубияҙ мәктәбе директоры Азат Фәниз улы ла Тимерхан Миңлеғәлиевтың шатлығын уртаҡлашып, ҡотлауҙарға ихлас ҡушылды.   Әлеге мәлдә төҙөлөп ятҡан мәктәпкә арнап та шиғырҙар яҙыуын үтенде. Яңы белем усағында төҙөлөш эштәре уңышлы тамамланғас,  уны асыу тантанаһына ла, форсаттан файҙаланып, саҡырып ҡуйҙы талантлы ауылдашын.

Нурихан Тимерхан улының һеңлеһе Рәмилә апай ҡыҙы Люциә һәм ейәне Данияр менән  сарала ҡатнашты. Рәмилә апай  ағаһының уңыштарына, күңелдәргә үтеп инерлек шундай  шиғырҙар яҙыуына ҡыуанысын белдерҙе. Данияр иһә   ҡурайҙа уйнап, ағаһының шиғырын уҡып та ишеттерҙе.

“Ғүмерем миҙгелдәре” китабының исем туйына авторҙың класташы, балалыҡ дуҫы Әнифә Фәйзелғаян ҡыҙы Сафетдинова (Саҙретдинова) ла килгәйне.  Ул бала саҡ  һәм мәктәп йылдары хәтирәләре менән ихлас бүлешеп, тамашасыларҙы көлдөрөп тә алды.

Тимерхан ағай  Әлифә апайға бағышлап яҙған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

  “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң урындағы ойошмаһы рәйесе Закира апай Ғилметдинова ла шундай талантлы ауылдашы менән яҡындан танышыуына ҡыуанысын һәм ғорурлығын белдереп, матур теләктәрен еткерҙе.

 Әйткәндәй, сарала  “Ағинәйҙәр” вокаль-фольклор төркөмө Тимерхан Миңлеғәлиев һүҙҙәренә  Риф Салишев ижад иткән “Ҡубияҙым – күңел наҙым” тигән шул тиклем  матур йыр башҡарып, күңелдәроҙе моңға сорнаны.  “Ағинәйҙәр”ҙең тыуған яҡҡа бағышланған икенсе йырҙары ла  сараға йән өрҙө, йәм өҫтәне.

Ғөмүмән, китап туйы шул тиклем йылы, дуҫтарса мөхиттә уҙып,  ихлас аралашыуға ҡоролдо.

Килгән ҡунаҡтарҙың байрамдың сәбәпсеһе Тимерхан Миңлеғәлиевҡа ҡарата изге теләктәре, йылы иҫтәлектәренә бай сығыштары менән үрелеп барҙы.  Талантлы яҡташыбыҙҙың һәр шиғыры күңелдәргә  үтеп инеп, хис-тойғоларға сорнаны: һоҡландырҙы ла, уйландырҙы ла, көлдөрҙө лә, хатта илатты ла! Авторҙың  һөйләү оҫталығы, телмәр матурлығы һәм таҙалығы  барыһын да һоҡландырҙы. Сығыш яһаусыларға һәм сараға  килеүселәргә  Тимерхан Миңлеғәлиев ихлас күңелдән  автограф менән шиғри йыйынтығын  бүләк итте.   

Тимерхан Миңлеғәлиев  —  йәнтөйәгенә,  уның эшһөйәр халҡына һәм матурлыҡҡа ғашиҡ, изге, яҡты күңелле шағир.  “Ғүмерем миҙгелдәре” тигән шиғри йыйынтығында “Әллә үҙем, әллә түгел”, “Йәнтөйәк”, “Кешеләр һәм кешелек”, “Һөйә белеү – үҙе ҙур бәхет”, “Миҙгелдәр”, “Саф күңелдән”, ”Шәреҡ” тулҡындарында” тигән  бүлектәрҙә  тыуған ауылы Ҡубияҙға,   класташтарына, ғаиләһенә, балаларына, таныштарына  һәм кешелек, мөхәббәт темаларына арнап яҙған шиғырҙары урын алған.  

Тимерхан Миңлеғәлиевтың  ижады күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, Тыуған илебеҙгә, тыуған нигеҙебеҙгә, ата-бабаларыбыҙ мираҫы ─ туған телебеҙгә ─ һөйөү уята, кешеләрҙе мәрхәмәтлерәк  булырға саҡыра, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ икенсе шиғырҙар йыйынтығын баҫмаға әҙерләүе тураһында ла белдерҙе.

Осрашыу һәр кемдең күңеленә, бигерәк тә авторҙың үҙенә хуш килде. “Был осрашыу шул тиклем йылы мөхиттә үтте, онотолмаҫ тәьҫраттар бүләк итте. Сараға килгән һәр кемгә рәхмәтлемен”,  — тип тәьҫораттары менән дә бүлеште Тимерхан Нурғәли улы.

Бөгөн  сарала әйтелгән ихлас һүҙҙәр, изге теләктәр Тимерхан Миңлеғәлиевты артабан да  илһамлы ижадҡа рухландырғандыр.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас