Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
19 Июнь 2024, 02:45

Етәкселәр гәзит бүләк итә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изге подписка” хәйриә акцияһына район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫарҙары һәм   етәкселәр ҙә ҡушылды.

Етәкселәр  гәзит бүләк итәЕтәкселәр  гәзит бүләк итә
Етәкселәр гәзит бүләк итә

 

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изге подписка ” хәйриә акцияһына  район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы  Йосопов һәм  урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева ла һәр ваҡыттағыса ҙур теләк менән ҡушылды. Динис Рәдис улы  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың ғаиләһенә гәзит бүләк итте.

Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе тыл ветераны Наилә апай Ғиззәтулинаға “Ышаныч” район гәзитен бүләк итте.

Уның сауаплы ғәмәленә  бөгөн район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Анатолий Щербинин, Алмаз Исхаҡов  һәм башҡа етәкселәр ҙә ҡушылды.

Гәзит бүләк итеү – дауамлы сауап икәнен дә оноторға ярамай.

2024 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. 20 июнгә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Шуға күрә, кемдәр яҙылмаған, ашығығыҙ! Редакцияға йәки почтаға килеп яҙыла алаһығыҙ.

 

Хөрмәтле етәкаселәр! Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә  мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын!

Наилә Имаева.

 

Тыл ветеранына гәзит бүләк итте
Тыл ветеранына гәзит бүләк итте
Тыл ветеранына гәзит бүләк итте
Тыл ветеранына гәзит бүләк итте
Тыл ветеранына гәзит бүләк итте
Тыл ветеранына гәзит бүләк итте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас