13 июндә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 3-15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. Республикабыҙҙың баш ҡалаһына йөҙгә яҡын ҡатнашыусы, ҡунаҡтар һәм тамашасылар йыйылды. «Байыҡ»та Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 500 бала ҡатнашты.
Байрамдың махсус ҡунаҡтары: Zainetdin, «Бишбармаҡ» оркестры, «Хазина» этно-төркөмө, Заһир Иҫәнсурин, Илдар Абдуллин, «Тамыр» балалар йыр студияһы һәм «Guzal dance» бейеү студияһы.
Быйыл телевизион проекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән ике меңдән ашыу бала ҡатнашты. Конкурстың финалына 500 йәш бейеүсе сыҡты.
Финалсылар араһында Ҡариҙел Балалар сәнғәт мәктәбенең Рәфилә Мөнирова етәкләгән “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә бар ине. Ансамбль составындағы 22 йәш ҡыҙ “Арғы яҡ һәм бирге яҡ ҡыҙҙары” тигән яңы бейеү менән Өфө сәхнәһен гөрләтеп сығыш яһап, 3- сө урын яуланы.
Афарин, ҡыҙҙар! Талантлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған хореограф Рәфилә Мөғәллим ҡыҙын һәм “Шатлыҡ” бейеү ансамбле ҡыҙҙарын лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға киләсәктә лә тик уңыштар, яңынан-яңы бейеүҙәре менән шатландырып тороуҙарын теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Теманы дауам итеп...
Республикала 3-15 йәшлек балалар араһында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы 2009 йылдан башлап уҙғарыла.
Ошо ваҡыт эсендә проект тамашасыларҙа танылыу яуланы һәм халыҡ-ара статусҡа эйә булды.
Фестивалгә беҙҙең республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә коллективтар килә.
Төрлө йылдарҙа конкурста Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Чечня, Греция, Осетия, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бүрәтстан, Хакасия, Тыванан бейеүселәр сығыш яһаны.