Төлгөҙбаш ауылының уңған, берҙәм, оҫта ҡуллы халҡы көсө менән булдырылған сағыу ихата байрамдың биҙәге булып торҙо. Ҡунаҡтарҙы улар йола буйынса сәк-сәк, ҡымыҙ, йыр-моңдар менән ҡаршы алды.
Һәр кем бында инеп, өҫтәлдәргә теҙелгән бай күргәҙмә менән танышты.
“Төлгөҙ” ауыл хужалығы кооперативын етәкләүсе Эльза һәм Илнур Ғилемшиндар үҙҙәренең эшмәкәрлеге, етештергән хәләл продукциялары, ирешелгән уңыштары хаҡында бай мәғлүмәт әҙерләгәйне.
Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары төрлө милли ризыҡтар әҙерләп, бай табын ҡороп, самауыр сәйе менән һыйланы.
Ихатаға инеүселәрҙең иғтибарын бигерәк тә Ғәмилә һәм Ҡәҙим Ғилмуллиндар ҙур биҙрәгә ултыртып алып килгән ҡыҙарып бешеп ултырған еләктәр йәлеп итте. Һәр кем килеп, хуш еҫ бөркөп торған еләктәрҙе тотоп ҡарап, уның ысынында үҫеп ултырыуына инанды.
Ихатала боронғо һәм хәҙерге самауырҙар, һандыҡтар, күҙ яуын алырлыҡ сигелгән балаҫтар һәм башҡа ҡул эштәре күргәҙмәһе лә әҙерләнгәйне. Умартасы мөйөшө лә төлгөҙбаштарҙың уңғанлығы хаҡында әйтеп торҙо.
Урындағы халыҡ үҙҙәренең геройҙары хаҡында иҫтәлекте лә ҡәҙерләп һаҡлай. Шуға ла илһөйәрлек темаһына ҙур урын бирелгәйне ихатала.
Ҡыҫҡаһы, айыҡ, сәләмәт тормош көткән төлгөҙбаштар был юлы ла берҙәмлеге, уңғанлығы, илһөйәрлеге, оҫталығы менән һоҡландырҙы! Афариндар!
Наилә Имаева.