Уҡыусылар һағынып көткән йәйге каникул да етте. Уҡытыусылар балаларҙың ялы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм күңелле үтһен өсөн төрлө саралар әҙерләне.
Район мәғариф бүлеге методисы Лариса Сафина һөйләүенсә, Ҡариҙелдең 1-се, 2-се, Абыҙ, Байҡы, Ҡараяр, Кирҙә, Муллаҡай, Иҫке Аҡбүләк, Әртәкүл, Урғыш мәктәптәрендә көндөҙгө лагерҙар эшләй. Уларҙа йәй буйына уртаса 800 бала ял итәсәк. Бынан тыш Ҡариҙелдең 1-се, Абыҙ, Ҡараяр, Кирҙә, Муллаҡай һәм Иҫке Аҡбүләк мәктәптәрендә 200 уҡыусы өсөн хеҙмәт һәм ял сменаһы ла ойоштороласаҡ. Ялдың был төрөнөң үҙенсәлеге шунда — күңел асыу һәм танып белеү өлөшө хеҙмәт эшмәкәрлеге менән сиратлап барасаҡ.
5 июндән тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Айдос” балалар лагеры асылды. Йәй буйына, элеккесә, 150 баланы үҙенә йәлеп итеп, өс смена эшләйәсәк.
— “Айдос” — билдәле лагерь, райондан ситтә лә даны таралған. Быйыл бирелә Ҡариҙел балалары ғына түгел, республиканың башҡа райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән дә балалар ял итәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балалар ташлама менән юллама ала, — тип һөйләй Лариса Шакир ҡыҙы. — Балаларҙың йәйге ял программаһы патриотик тәрбиә, шулай уҡ гражданлыҡ, хеҙмәт, экологик, рухи-әхлаҡи йүнәлеште, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы үҙ эсенә ала. Балаларҙы бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы саралар, экскурсиялар көтә.
Мәҫәлән, Магинск урта мәктәбендә ойошторолған лагерҙа уҡыусылар походҡа ла сыҡты, урындағы янғын һүндереү часында, район үҙәгенә барып, Үҙәк район моделле китапханаһында, кинотеатрҙа, “Автоҡаласыҡ”та, күҙәтеү майҙанында һәм парктарҙа экскурсияла булды. Иҫке Аҡбүләк мәктәбендә ял итеүселәр янына ысын цирк та килгән. Тағы ла был мәктәп уҡыусылары йылға буйында ял иткән, Спорт көнөн үткәргән, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараған. Йәш әртәкүлдәр һәр көн үткәрелгән викториналарҙа, эстафеталарҙа, ижади проекттарҙа һәм квестарҙа әүҙем ҡатнаша.
Лилиә Бәҙретдинова.