Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
17 Июнь 2024, 07:30

Асҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманы

Улар XXXI Республика слет-конкурсында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңеү яуланы.

Асҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманыАсҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманы
Асҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманы

Был сараны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Республика балалар экология-биология үҙәге ойоштора.

Слет-конкурс ике этапта үткәрелә. Тәүгеһендә, дистанциялы алымда, командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан экологтар командаһы – экология буйынса дөйөм һорауҙарға, мәктәп урман хужалығы ағзалары урмандарҙы һаҡлау буйынса онлайн-әңгәмәләшеү үтте.

14-16 июндә   Благовещен   районының “Зарница” балалар һауыҡтырыу үҙәге базаһында слеттың офлайн этабы уҙҙы. Был юлы йәш экологтар ғәмәли белемдәрен күрһәтте, шулай уҡ уларға төрлө күнекмәләр, ялан экологик тикшеренеүҙәре ойошторолдо.

Сарала республиканың 17 муниципалитетынан  19 команда ҡатнаша. Уларға һайлап алыу турын уңышлы үткән 100 бала инә.

Районыбыҙ  данын был слетта Асҡын  2-се урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Альбина Вәрис ҡыҙы Фәтихова етәкселегендә 9-сы Б класы уҡыусылары Ралина Ғайсина, Камилла Сәлмәнова, Динар Шаһиев һәм Динислам Хәмәтханов лайыҡлы яҡланы.

Шәхси беренселектә «Энтомология» номинацияһында  Ралина Ғайсина еңеү яулай. Тырыш ҡыҙ  “Сикһеҙ экология” Беларусь һәм Рәсәйҙең йәш экологтары слеты"нда ҡатнашыу өсөн  Рәсәй Федерацияһының белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңгәне  һәм  XXXI Республика слет-конкурсында уңышлы сығыш яһағаны өсөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломын ала.    Ралина шулай уҡ экология темаһына мәҡәләләр конкурсында призер булып, Республика балалар экология-биология үҙәгенең дипломына лайыҡ була.

Камилла Сәлмәнова экология темаһына мәҡәләләр конкурсында еңеү яулап,  Республика балалар экология-биология үҙәгенең дипломына лайыҡ була.

Альбина Вәрис ҡыҙы  жюри составында  квалификациялы эше өсөн Республика балалар экология-биология үҙәге дипломына һәм   йәш быуынға экология тәрбиәһе биргән өсөн Башҡортостандың  Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ була.

Альбина Фәтихова етәкселегендәге районыбыҙ йәш экологтарын һәм урмансыларын һөҙөмтәле  сығыштары, еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

 

 

 

Асҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманы
Асҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманы
Асҡындың йәш экологтары һәм урмансылары һынатманы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас