Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
16 Июнь 2024, 17:55

Пермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл Һабантуйы үтте

Унда Азат Баҙранов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.  

Пермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл Һабантуйы үттеПермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл Һабантуйы үтте
Пермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл Һабантуйы үтте
Шулай уҡ Бардаға РФ Сенаторы Алексей Пушков, Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов, Рәсәй Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин килде. Улар милли майҙансыҡтарҙы – Пермь кварталын, Татарстан һәм Башҡортостан ихатаһын ҡараны. Беҙҙең ихата ҡурай сәскәһен символлаштырған ете тирмәнән торҙо. Бында ғәйнә башҡорттарының көнкүреше, йолалары, милли аш-һыуы, шулай уҡ умартасылыҡ продукцияһы, ҡымыҙ һәм сувенирҙар тәҡдим ителде. "Танып" шифаханаһы коллективы презентация әҙерләгән. Килгән ҡунаҡтарҙы Нефтекама дәүләт филармонияһының "Түңгәүер" бейеү ансамбле, Дүртөйлө районының "Ынйы" халыҡ фольклор ансамбле, Тәтешле районының "Умырзая" халыҡ башҡорт фольклор һәм "Йәдкәр" халыҡ инструменттары ансамблдәре ҡаршы алды. Беҙҙең республика ҡунаҡтары шулай уҡ Ғаилә йылы уңайынан үткәрелгән сарала ҡатнашты: бергә йәшәүҙәренең 50 һәм 55 йыллығын билдәләгән парҙарға иҫтәлекле "Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн" билдәһе тапшырылды.
 
Азат Шамил улы байрам ҡунаҡтарын республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостандың бөтә күп милләтле халҡы исеменән ҡотланы:
- Башҡортостан менән Пермь крайын административ сиктәр генә түгел, яҡшы күршелек тарихы ла бәйләй. Пермь крайы меңәрләгән башҡорт өсөн тыуған йорт. Бында 160-тан ашыу милләт татыулыҡта йәшәй. Бының өсөн Пермь крайы губернаторы Дмитрий Николаевич Махонинға ҙур рәхмәт! - тине ул үҙ сығышында.
 
Һабантуйҙа боронғо йола буйынса өс пар – рус, татар һәм башҡорт парҙары туй үткәрҙе. Программаға ат сабыштары, билбау көрәше буйынса ярыштар ҙа индерелгәйне. Көрәштең төрлө ауырлыҡ категорияларында Башҡортостан батырҙары Артур Зөлҡәрнәев, Айгиз Зәйнетдинов Һәм Юнир Закиров чемпион булды. Бынан тыш, Артур Зөлҡәрнәев көрәш ташлауҙары буйынса донъя рекорды ҡуйҙы - минутына 25 ташлау уның иҫәбендә.
Һабантуй байрамында тағы ла бер Рәсәй рекорды ҡуйылды: Барда ашнаҡсылары 857 килограмлыҡ милли ризыҡ - татарса азу әҙерләне.
 
Киләһе йылда Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын Киров өлкәһенең Вятские Поляны ҡалаһын ҡабул итәсәк.
 
 
Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Автор:
Читайте нас