Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Июнь 2024, 05:00

Йәш таланттар һоҡландырҙы

Бөрө тарих музейында 25 апрелдән 21 июнгә тиклем «Сығанаҡтарға ҡайтыу» тип аталған һүрәттәр күргәҙмәһе эшләй.

Йәш таланттар һоҡландырҙыЙәш таланттар һоҡландырҙы
Йәш таланттар һоҡландырҙы

 Унда Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттары эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмәлә төрлө жанрҙа башҡарылған экспонаттар ҡуйылған.
Студенттар сәнғәткә ғашиҡ. Анастасия Никонова ике натюрморт төшөргән. Автор эшендә яҡты төҫтәрҙе күберәк ҡулланған. Алина Ғарипова һыуыҡ батик техникаһы менән эш итә. Һүрәттә ул сүллектә үҫә торған кактусты төшөргән. 3-сө курс студенты Алла Токарева ла был техниканы үҙ итә. «Зәңгәр ҡала»ла ул бер төҫтөң төрлө төҫмөрҙәре менән эш итеп, бер бөтөн картина барлыҡҡа килтергән. «Ирис» тигән һүрәтен дә һыуыҡ батик техникаһында башҡарған. Талантлы ҡыҙ йәнә пейзаж төшөрөргә ярата икән. Төрлө төҫтәге сәскәләргә ҡарап, беҙ йәй миҙгеленә төрөнәбеҙ. Елена Бабинаның эше «Лампа натюрморты» тип атала. Наилә Фәрхитова «Лимон менән лампа» натюрмортын яҙған. Виолетта Рәжәпованың эше «Бөгөнгө Вавилон» тип аталып, күккә ашҡан ҙур ҡала йорттарын төшөргән.Ул, Винсент Ван Гог картинаһы менән илһамланып, еп менән дә һүрәт төшөргән. Күргәҙмәлә Виолетта Рәжәпова һәм Алла Токарева бергә башҡарған «Ҡалын һыҙатлы мөғжизә» тигән картина ла иғтибарҙы йәлеп итә.
Һүрәттәрҙән тыш, полимер балсыҡтан яһалған эштәр ҙә бар. 5-се курс студенты Камил Йәнбирҙин — «Балыҡ», Оксана Федорова «Клоун» яһаған, ә Малена Нагаева ашъяулыҡ сиккән.
Күргәҙмәлә авторҙар менән тамашасы араһындағы тәрән бәйләнеште тойорға мөмкин. Был проект сәнғәттең аралашыу сараһына сағыу миҫал булып тора. Ул беҙгә рәссам күңеленең иң тәрән мөйөшөнә күҙ һалырға мөмкинлек бирә. Ә йәш рәссамдарға үҙҙәренең ижад емештәрен башҡалар менән уртаҡлашыу бик мөһим.

Аделина Шәмсиева.

Йәш таланттар һоҡландырҙы
Йәш таланттар һоҡландырҙы
Йәш таланттар һоҡландырҙы
Йәш таланттар һоҡландырҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас