Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Июнь 2024, 03:00

Ҡотло булһын туйығыҙ!

  Асҡын районының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә  2024 йылда барлыҡҡа килгән 24-се ғаиләне теркәү тантанаһы үтте.

Ҡотло булһын туйығыҙ!Ҡотло булһын туйығыҙ!
Ҡотло булһын туйығыҙ!

Ғаилә йылында   бер-береһенә ғашиҡ Руслан Ғәлимйәнов менән Алһыу Микалина ғаилә ҡорорға ҡарар итә һәм 14 июндә законлы никахҡа инә.

Райондың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы  Руфина Фәйезова  йәш ғаиләне иҫтәлекле көндәре менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм тәүге ғаилә документын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Руслан менән Алһыуҙы законлы рәүештә ир һәм ҡатын булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Мөхәббәттәре ғүмер буйы оҙатып килһен, тормоштары матур булһын.

Йәштәргә тигеҙ, мөхәббәтле парлы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас