Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Афарин!
15 Июнь 2024, 04:00

Мәҙәниәт менән тормош буйлап

Мағашлы-Алмантай клубы — ауыл тормошона йән өрөп тороусы мәҙәни үҙәк. Унда эшләүсе Лариса Кузьмина урындағы халыҡты дәртләндереп, күңелдәрен күтәреп, төрлө саралар ойоштора.

Мәҙәниәт менән тормош  буйлапМәҙәниәт менән тормош  буйлап
Мәҙәниәт менән тормош буйлап


Лариса Фирдүс ҡыҙы клуб мөдире Әлфинә Алексеева саҡырыуы буйынса 2004 йылда мәҙәниәт усағына эшкә килә. 2011 йылда йәштәрҙән тупланған “Рвезылык” һәм балаларҙан торған “Лупсиге” бейеү коллективтарын етәкләй. Йәштәр коллективы — һигеҙ, ә мәктәп йәшендәгеләрҙеке алты парҙан тора.
Лариса Кузьмина ойоштороу һәләтенә эйә, шуға ла башҡаларҙы туплай, ҡыҙыҡһындыра ала. Махсус белеме булмаһа ла, бейеү көйө ишетеү менән, хәрәкәттәр күҙ алдына килеп, бейеү тыуа. Шулай бик күп бейеүҙәр сәхнәгә сығара ул. Әммә балаһын юғалтыу ҡайғыһын кисергәндән һуң был һәләте юҡҡа сыға уның.
Тырышҡандар уңышҡа ирешә. Улар ауылда ғына түгел, районда ла төрлө сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2012 йылда “Өҙә баҫ” район конкурсында Гран-приға эйә була. Был еңеү бейеүселәргә тағы ла дәрт өҫтәй. Лариса Кузьмина төрлө милләт халҡының бейеүҙәрен үҙе башҡара һәм ҡалғандарға ла өйрәтә. Уныңса, иң еңел үҙләштерелгәне — татар бейеүе. Ә иң ҡатмарлыһы — удмурт халҡыныҡы.
2023 йылда Мағашлы-Алмантай ауылы клубына ремонт үткәрелә. Июнь айында “Семык” байрамы ойошторола. Нәҡ шул саҡта Лариса Фирдүс ҡыҙы Алабуға сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Диплом эшен дә “Семык” темаһына яҙа.
Лариса Кузьминаның ойоштороу эшенән бигерәк ижади кеше булыуы һоҡландыра. Оҫта ҡуллы ханым мари милли биҙәкле алҡалар, муйынсалар, төрлө биҙәүестәр яһай, туҡыма ҡалдыҡтарынан, таҫмаларҙан төрлө ысулдар менән балаҫтар һуға, мунсалалар бәйләй, сумкалар тегә. Сәйләнде теҙеп күкрәк биҙәүестәре — гердандан яһай.
Уйлап ҡараһаң, шундай ижади ҡарашлы, талантлы кешеләрҙән башҡа тормошобоҙ бер төрлө, күңелһеҙ булыр ине. Сөнки нәҡ Лариса Кузьмина (һүрәттә) кеүек әүҙем, үҙ эше менән янып йөрөгән гүзәл заттар тырышлығында ауылдарҙа мәҙәниәт йәшәй.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас