Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Июнь , 07:30

"Танып" шифаханаһы һәм уның етәксеһе алтын миҙалдарға лайыҡ булды!

Һөйөнсө!  "Һаулыҡ йорто -2024" Бөтә Рәсәй форумы барышында ойошторолған шифахана -курорт тармағы ҡаҙаныштары конкурсында "Танып"  шифаханаһы һәм уның етәксеһе юғары наградаларға лайыҡ булды. 

"Танып" шифаханаһы һәм уның етәксеһе алтын миҙалдарға лайыҡ булды!
"Танып" шифаханаһы һәм уның етәксеһе алтын миҙалдарға лайыҡ булды!

«Танып » үҙенең юғары сифатлы хеҙмәттәре, заманса ҡорамалдары һәм юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәре менән дан тота.

Йыл һайын бында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңәрләгән кеше ял итә, сәләмәтлеген нығыта. “Танып” шифаханаһы йыл һайын "Һаулыҡ йорто -2024" Бөтә Рәсәй форумында  юғары наградаларға лайыҡ була. Быйыл да нәҡ шулай булды!

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфит  улы Ямалетдинов  Милли шифаханалар ассоциацияһы миҙалына һәм “ Шифахананың иң яҡшы директоры” номинацияһында алтын миҙалға лайыҡ булды!

"Танып" шифаханаһы иһә  "Иң комфортабелле шифахана -2024"  һәм “ Иң яҡшы спа-технологиялар” номинацияларында алтын миҙалға лайыҡ булды.

 Кашшаф Сәйфит улын һәм "Танып" шифаханаһы коллективын сираттағы еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!  Тырыш, алдынғы коллективҡа киләсәктә лә тик уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: