12 июндә дәүләтебеҙҙең төп байрамы - Рәсәй көнө билдәләнелә. Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был байрам берҙәмлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булып тора.
Рәсәй көнө уңайынан Солтанбәк ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл китапханасыһы менән берлектә “Сарс” лагерында ял итеүселәр өсөн “Һиңә, Рәсәй, бағышлайым” тигән фәһемле һәм мауыҡтырғыс сара үткәрҙе.
Уның сиктәрендә балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, илһөйәрлек менән һуғарылған матур һәм күңелле концерт номерҙары ла күрһәтте.
Сара аҙағында Олег Газманов башҡарыуындағы “Алға, Рәсәй!” йырына флешмоб бейенеләр. Ғорурлыҡ менән Рәсәй Федерацияһы Гимнын башҡарҙылар.
Илебеҙ күге аяҙ, халҡыбыҙ үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәһен, тигән теләктә таралышты ял итеүселәр.
Наилә Имаева.