Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Июнь , 20:15

“Батырша ауазы” этнофестивалендә лайыҡлы сығыш яһанылар

Бөгөн, 12 июндә,  Балтас районында “Батырша ауазы” этнофестивалеүтте.  Унда Ҡашҡа ауыл биләмәһе вәкилдәре Асҡын районы данын яҡлап сығыш яһаны.  

“Батырша ауазы” этнофестивалендә лайыҡлы сығыш яһанылар
“Батырша ауазы” этнофестивалендә лайыҡлы сығыш яһанылар

Этнофестиваль  бихисап күркәм сараларҙы үҙ эсенә ала. Батыршаның тыуған көнө алдынан, уның тыуған нигеҙе урынында һәйкәл сифатында ҡуйылған  ташҡа беркетелгән элмәтаҡта асыу  тантанаһы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе була. Юғары Ҡарыш ауылында  оло байрам булараҡ уҙа ул.

“Батырша ауазы”нда  Әмир ауылынан Мөнжиә Фәүзетдинова һәм Ҡашҡа ауылынан  Әнүзә Ғилфанова ҡатнаша. Етәксәләре -  Фәрзәнә Яруллина.

Улар мөнәжәт һәм ҡобайыр башҡара. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Мөнжиә Фәүзетдинова 1-се дәрәжә лауреат исеменә һәм 15 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була.

 Ә  Әнүзә Ғилфанова махсус бүләккә эйә була.

Районыбыҙ данын яҡлаусы  ағинәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас: