Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Июнь , 17:50

Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо

Бөгөн Өфөнөң Матбуғат йорто алдында «Гәзит-журналдарға яҙылыу көнө» үтте.

Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо
Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо

Изге йолаға әүерелгән байрам Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле янында башланды. Башҡортостандың Журналистар союзы «Һаумы, яугир» республика видео конкурсына йомғаҡ яһаны. Еңеүселәр дипломдар, аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. 

Унан Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы яҡтыртҡан өсөн барлыҡ гәзит-журнал редакцияһының хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. 

Байрамға  килеүселәр  ташламалы хаҡҡа  матбуғат баҫмаларына яҙылып,  «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған отош уйынында ҡатнашты. Иң төп приз велосипед ине.

– Гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ, гел дә алдырып, яратып уҡып барам, – ти был көндө «Йәшлек»кә яҙылған Фәймә апай Хәбибуллина.

Билдәле эшҡыуар Комил Сиражетдинов  туғандары-яҡындарына 10-лаған гәзит-журнал яҙҙырҙы. Ул Туймазы районының Илсембәт ауылында йәшәүсе Рәзиф Нафиҡовҡа «Йәшлек» гәзитенә подписка бүләк итте. Был көндө Гөлфиә Юнысова, Шәүрә Ғилманова, Динара Сафиналар ҙа гәзиткә яҙылды.

«Гәзит-журналдарға яҙылыу көнө» үҙе бер байрамға әйләнде. Күптән күрешмәгән дуҫтар, таныштар менән аралашыуҙан тыш, тоғро дуҫтарыбыҙ популяр йырсыларҙың йырлы-моңло сәләмдәрен тыңлап кинәнде. Беҙҙең гәзит исеменән Ян Лира сығыш яһаны. Унан тыш, матбуғат йорто алдында Заһир Шәйәхмәтов, Зилә Лира, Руслан Зөлҡәрнәйев, Нәзифә Кадырова, Венера Юлгилдина, Харис Шәрипов, Илнур Ишембаев, Артур Туҡтағоловтың йырҙары байрамды биҙәне.

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-11/matbu-at-yorto-aldynda-g-zit-zhurnaldar-a-ya-ylyu-k-n-3806582

Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо
Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо
Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо
Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо
Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо
Читайте нас: