Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Июнь , 08:35

“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!

Балтастар  «Табын-фест 2024» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны.

“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!
“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!

 Ауырғазы районы Толбазы ауылында   VI төбәк-ара табын ырыуы йәштәре фестивале «Табын-фест 2024» үтте. Унда  ете район һәм ике өлкәнән ҡунаҡтар йыйылды.

Фестивалдә  Балтас район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев етәкселегендә  Балтас районы делегацияһы ла ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны.

Балтастар программала  ҡаралған «Табын батыры» һәм «Табын һылыуы» бәйгеләре, район командалары араһында спорт ярыштарында ҡатнашты. «Табын һылыуы» бәйгеһендә Балтас районынан Илнара Мәхмүтова ҡатнашып,  махсус бүләккә һәм дипломға эйә булды.

«Табын батыры»да үҙен һынап ҡараған Айваз  Сәфетдинов иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Спортсы егеттәребеҙ алдынғылыҡты бирмәне:  армрестлинг буйынса  команда иҫәбендә лә, шәхси иҫәптә лә   1-се урын яуланылар! Афариндар!

Сарала ҡатнашыусылар тирмәләрҙә оҫталарҙың ҡул эштәре, милли аш һыуҙары, башҡорт халҡының кәсепселеге менән танышты.  

Ҡор баштары һәм йәштәр өсөн «Табын иле: үткәне, бөгөнгөһө, килсәге» тип аталған түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.
Бында килгән һәр кем үҙенең күңеленә хуш килгән уйынды күҙәтте йәки ҡатнашты, концерт ҡараны – рухи аҙыҡ алып ҡайтты.

Мәртәбәле сарала  район Мәҙәниәт йортоноң алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмова милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге  өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.

Балтастарҙы лайыҡлы наградаларға эйә булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға киләсәктә лә шулай әүҙем, илһөйәр, рухлы булып, яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!
“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!
“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!
“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде!
Читайте нас: