Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Июнь , 09:00

Асҡындар – Ҡырғыҙстанда

«Асҡын hылыуҡайы» халыҡ бейеүҙәре хореография ансамбле  Ҡырғыҙстан Республикаһында барған «Наристе» IV Халыҡ-ара  балалар фольклор фестивалендә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.  

Асҡындар – Ҡырғыҙстанда
Асҡындар – Ҡырғыҙстанда

 31 майҙа Бишкек ҡалаһында Т. Сатылғанова исемендәге  Ҡырғыҙстан милли филармонияһында  IV Халыҡ-ара  балалар фольклор фестивален асыу тантанаһы булды. Фестиваль асылыу һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан барыһын да Бишкек ҡалаһы мэре Айбек Джунушалиев тәбрикләй.

Халыҡ-ара сарала  Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Монголия, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Көньяҡ Корея, Ҡытай һәм  Ҡалмыҡстандан вәкилдәр  һәм Ҡырғыҙстандың ете өлкәһенән Бишкек Дельфий уйындары  еңеүселәре ҡатнаша.

Был мәртәбәле сарала Башҡортостан Республикаһы исеменән Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбенең Эльвира Вәлиева етәкләгән “Асҡын һылыуҡайы” халыҡ бейеүҙәре хореография ансамбле сығыш яһай.

Йәш бейеүселәребеҙ  башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарып, тамашасыларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм республиканың рухи мираҫы менән таныштыра.

Саралар Бишкек ҡалаһында 8 июнгә тиклем дауам итә.

 Райондаштарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

Асҡындар – Ҡырғыҙстанда
Асҡындар – Ҡырғыҙстанда
Асҡындар – Ҡырғыҙстанда
Асҡындар – Ҡырғыҙстанда
Асҡындар – Ҡырғыҙстанда
Читайте нас: