Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Июнь , 11:40

«Мөлдөршиҙе» шишмәһен төҙөкләндерҙеләр

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

«Мөлдөршиҙе»  шишмәһен   төҙөкләндерҙеләр
«Мөлдөршиҙе» шишмәһен төҙөкләндерҙеләр

Солтанбәк  ауыл  биләмәһенә  ингән ерҙә   юлсыларҙы һалҡын саф һыуы менән оҙаҡ йылдар   «Мөлдөршиҙе» шишмәһе ҡыуандыра.  Ваҡыт үтеү менән, уның эргәһендәге ял итеү урыны иҫкерә, ә шишмә тирәһен сүп үләне баҫа.

Быйыл “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ошо шишмәне төҙөкләндереү буйынса  ҙур эш башлана. Солтанбәк ауыл Советы хакимиәте етәкселегендә  Солтанбәк һәм Сураш мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре, ауыл Советы депутаттары, ауыл старосталары һәм әүҙем кешеләр   бергәләп  барып, шишмә тирәһен сүп сарҙан таҙарта,  иҫкергән ял итеү урынын  һүтеп, урынын йыйыштырып, шишмә сыҡҡан урынға торба һалып, уны таш  теҙеп нығытып, экскаватор менән соҡоп, тәрәнәйтеп һәм киңәйтеп ҡуя.

— Шишмәне төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Төҙөкләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Шишмәгә төшкән ергә яҡын арала тимерҙән  бәләкәй   күпер һәм  матур ял итеү урыны ла ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, берҙәм көс һәм тырышлыҡ менән, «Мөлдөршиҙе»  шишмәһе  яңы һулыш алды. Төҙөкләндереү  эштәрендә ҡатнашыусы  ауыл Советы депутаттары Ралиф Муллаяновҡа, Зөфәр Саяповҡа,  Ирина Ғайсинаға, Сәдәт Ғиләжевҡа, Сураш ауыл старостаһы Зинфир Тәҡиуллинға, экскаваторсы Әсләм Сөләймәновҡа, Солтанбәк һәм Сураш ауылдарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм 8-се цех начальнигы Линар Саҙретдиновҡа, район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ, - ти Солтанбәк ауыл биләмәһе  башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.


Наилә Имаева.

«Мөлдөршиҙе»  шишмәһен   төҙөкләндерҙеләр
«Мөлдөршиҙе»  шишмәһен   төҙөкләндерҙеләр
«Мөлдөршиҙе»  шишмәһен   төҙөкләндерҙеләр
«Мөлдөршиҙе»  шишмәһен   төҙөкләндерҙеләр
«Мөлдөршиҙе»  шишмәһен   төҙөкләндерҙеләр
«Мөлдөршиҙе» шишмәһен төҙөкләндерҙеләр
Читайте нас: