Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
1 Июнь 2024, 10:50

Бәхетле булһын балалар

Бөгөн Солтанбәк  ауылында ла  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара үтте.

Бәхетле булһын балаларБәхетле булһын балалар
Бәхетле булһын балалар

Ауыл мәҙәниәт йорто һәм "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре  берлектә  ойоштороп үткәргән  байрам шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы була.

Ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, дәртле бейеүҙәрҙән, йырҙарҙан һәм уйындарҙан гөрләп торҙо.

 Йәмле йәйҙең тәүге көнө балаларға көтөп алынған йәйге ялдарҙы - каникулдарҙы ла алып килде. Балалар күңелдәре булғансы уйындарҙа ҡатнашты, тәмлекәстәр алып ҡыуанды.

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сағыу сығыштары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

 Наилә Имаева.

Бәхетле булһын балалар
Бәхетле булһын балалар
Бәхетле булһын балалар
Бәхетле булһын балалар
Бәхетле булһын балалар
Бәхетле булһын балалар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас