Бирелә ир-егеттәр әйләнә-тирәләге үҫкән үләнде саба, ҡатын-ҡыҙҙар сабылған үләнде йыйып тора. Стела эргәһендәге түтәлдәрҙе лә ҡаҙып, йомшартып, тигеҙләп сәскә ултырталар.
Ергә йәйелгән плиткаларҙы ла сүп үләндәренән таҙарталар. Ҡыҫҡаһы, Ҡубияҙҙа эш гөрләй.
Ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар берҙәм йыйылып, Еңеү паркын тәртипкә килтерҙе.
Ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мират улы Ғәбделхәев әйтеүенсә, Ҡубияҙҙа аҙна һайын ауылды төҙөкләндереү буйынса өмәләр ойошҡан рәүештә уҙа.
Июнь аҙағына планлаштырылған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамына әҙерлек сиктәрендә бындай өмәләр алда ла даими ойоштороласаҡ.
Наилә Имаева.