+30 °С
Облачно
Солтанбәктә ауылды һәм уның әйләнә-тирәһен төҙөкләндереү буйынса өмәләр дауам итә.
Ауыл Советы хакимиәте, урындағы мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса был эштә әүҙемлек күрһәтә.
Был юлы улар “Һөйәнтүҙ” стелаһы, “Еҫле шишмә”, ауылға ингән ерҙәге ял итеү беседкаһын тәртипкә килтереп, матур итеп буяп ҡуя.
Афарин, солтанбәктәр!
Наилә Имаева.