Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн бөгөн иң иҫтәлекле көн. Ошо уңайҙан барыһын да ҡотларға Ҡышлауйылға урта мәктәбенә район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, мәғариф хеҙмәте ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев килә.
Мәктәп директоры Земфира Равил ҡыҙы Суфиярова уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.
Уҡыусыларҙың сығыштары тәбрикләү һүҙҙәре, изге теләктәр, фәһемле кәңәштәр менән үрелеп бара.
Ҡышлауйылға мәктәбенең 11-се класын — ике, 9-сы класын 13 уҡыусы тамамлай.
Уларҙы тәүге уҡытыусылары Резеда Рәғиз ҡыҙы Хәбибова менән Гөлзифа Әғзәм ҡыҙы Ямалтдинова, ата-әсәләр исеменән Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Вәлиева һәм Марат Хәсимйән улы Ғлимшин ҡотлай. “Дәрестәр әле тамамланмай. Артабан һеҙҙе тормош дәрестәре көтә. Көслө, маҡсатсан, тырыш һәм сау-сәләмәт булығыҙ. Маҡсатығыҙға ҡыйыу аҙымдар менән барып, киләсәктә яҡшы, белемле, илһөйәр кешеләр булығыҙ”, - ти Марат Хәсимйән улы.
Класс етәкселәре Ралит Әдип улы Вәлиев менән Эльза Ришат ҡыҙы Ғәлиева ла иң изге теләктәрен еткерҙе.
Тантаналы сараны шундай матур, сағыу һәм ҡабатланмаҫ итеп Алһыу Фәнил ҡыҙы Ризванова әҙерләй.
Наилә Имаева.