Алдан яҙыуыбыҙса, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Нурсилә Ғилфанова күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязовтың стипендияһына лайыҡ булды.
Нурсилә Рәмзиә Рәдис ҡыҙы һәм Альберт Сөләймән улы Ғилфановтар ғаиләһендә икенсе бала булып үҫә. Уның апаһы Инзилә әлеге ваҡытта Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты колледжында уҡый.
Нурсилә бәләкәйҙән теремек, егәрле, маҡсатсан булып үҫә. 2-се класта уҡығанда уҡ волейбол уйыны менән мауыға башлай һәм үҫә төшкәс, ныҡлап шөғөлләнә. Тренерҙары Илшат Ҡасим улы Солтаншин етәкселегендә ҡыҙҙар төркөмөндә иң оҫта уйынсы булып, район буйынса чемпион титулына лайыҡ була. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең ҡыҙҙар волейбол командаһы бер нисә йыл рәттән республика кимәлендә лә һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә. Быйыл волейбол буйынса төбәк ярыштарында улар Яңауыл командаһынан ғына ҡалышып, икенсе урын яулай.
2016 йылдан тик дүртле һәм бишле билдәләренә генә өлгәшә Нурсилә. Тырыш ҡыҙ “Ҡаҙансылар” тигән балалар йәмәғәт ойошмаһының спорт буйынса министры вазифаһын биләй. Ошо туғыҙ йыл уҡыу эсендә уның ирешкән ҡаҙаныштарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Нурсилә фән буйынса олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Спорт ярыштарында, айырып әйткәндә волейбол турнирҙарында гел беренселекте ала, саңғы ярыштарында ла юғары күрһәткестәргә ирешә. Уның портфолиоһында район, республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында яулаған 53 грамотаһы урын алған! Афарин! Стипендия тапшырғанда Әлфис Суфиян улы ла был хаҡта телгә алып, Нурсиләне маҡтап, бәләкәстәргә өлгө итеп ҡуйҙы.
Класс етәксеһе Илзида Рим ҡыҙы Ғафиева ярҙамында тикшеренеү эшен башҡарып, уны хөрмәтле ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Суфиян Ғаязетдин улы Ғаязовҡа бағышлай.
Нурсилә шулай уҡ әсәһе яғынан нәҫелен 8-се быуынға тиклем өйрәнеп, шәжәрә ағасын да төҙөй. Тантаналы сарала ул ғорурлыҡ менән нәҫел ептәре тураһында һөйләне.
Спортҡа ғашиҡ ҡыҙ киләсәген дә ошо йүнәлештә күҙаллай.
Нурсиләгә алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙе теләгән уҡыу йортона инеп, оҡшаған һөнәрен үҙләштереп, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.
Наилә Имаева.