Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязовтың стипендияһын тапшырыу уңайынан ойошторолған тантаналы сарала ғаилә ҡиммәттәре өҫтөнлөк итте.
Һәр сығыш ғаилә ҡиммәттәре тураһында булды, сөнки балаларыбыҙҙың киләсәге лә, бәхете лә ғаиләлә һалына. Ғаилә тәрбиәһе киләсәктә уның ниндәй кеше булыуында ҙур роль уйнай.
Бер-бер артлы сәхнәгә сыҡҡан уҡыусылар күренекле яҡташыбыҙ Әлфис Суфиян улы Ғаязовтың ғаилә темаһына арнап яҙған шиғырҙарын матур итеп уҡыны, дәртле йырҙар йырланы, шаян бейеүҙәре менән дә күңелде күтәрҙе. “Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ”, - тип бәләкәстәрҙең ғорурланып әйтеүе лә күңелдәргә ышаныс, көс-дәрт өҫтәй.
Уҡыусыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙҙәренең нәҫелен өйрәнеп, шәжәрәләр төҙөүе лә тик хуплауға лайыҡ. Тимәк, улар бәләкәйҙән туғанлыҡ ҡәҙерен белеп, атай-олатайҙары менән ғорурланып үҫә.
Илебеҙ күге аяҙ, ғаиләләребеҙ киләсәктә имен, ә балалар атай-әсәйле булып, бәхетле һәм тыныс тормошта үҫһен!
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе коллективына тик уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.