Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Май , 15:00

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се слеты уҙҙы

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа: 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се  слеты уҙҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се слеты уҙҙы

Асҡын 2-се урта мәктәбендә  уҙған сарала  ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы  Мөнзилә  Солтан ҡыҙы Әхмәтова сәләмләй. Ул   сығышында быйыл август айында уҙасаҡ  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының     2-се Бөтә Рәсәй съезы тураһында һөйләй. Был сараға районыбыҙҙан  ике   кандидат һайлайҙар.     

Артабан башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Илүзә Әлтәф ҡыҙы   Хәйруллина 2023-2024 уҡыу йылына йомғаҡ яһап,  башҡорт телен уҡытыуҙа   мәктәптәр буйынса ирешелгән уңыштарҙы  барлап сығыш яһай. Уҡыусыларҙың  республика, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрендә ҡатнашыу  һөҙөмтәләре буйынса  Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәптәре  алдынғылыҡты бирмәй.

 Асҡын районы уҡыусыларының башҡорт телен  өйрәнеүҙәге уңыштары, ирешелгән яҡшы күрһәткестәре тураһында Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Фирүзә  Хәлил ҡыҙы Солтанова бик матур, бай йөкмәткеле видеоролик әҙерләп күрһәтә.   Уны ҡараған һәр кем телһөйәр уҡыусылар, уларҙы төрлө бәйгеләргә әҙерләгән талантлы уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурлыҡ хистәрен кисерә.

  Төрлө конкурс  призерҙары һәм еңеүселәре булған уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә:   башҡорт телендә шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай. Уларҙың сығышы сараға йәм өҫтәй, йән өрә.

Туған тел һағында тороусы уҡытыусылар  тәжрибә уртаҡлашып, үҙҙәрен борсоған  һорауҙарға яуап алып, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып тарала слеттан.

 Наилә Имаева.

Читайте нас: