Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Май , 19:30

Афарин, Эльмир!

Тырыш, маҡсатсан, телһөйәр  Эльмир Ҡәҙимов  республика  фестиваль-конкурсында призер булды.

Афарин, Эльмир!
Афарин, Эльмир!

Октябрьский ҡалаһында  “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле  һәм мәҙәниәте” республика  фестиваль-конкурсы үтте.
Уны  Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, Октябрьский ҡалаһының мәғариф бүлеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Октябрьский ҡала башҡарма комитеты, 4-се Башҡорт гимназияһы ойошторҙо.
Был сарала  Асҡын 2-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Эльмир Ҡәҙимов та ҡатнашты.  Ул “Урындағы шағирҙар  шиғырҙарында туған тел матурлығы” номинацияһында призер булды. Эльмирҙың етәксеһе -  Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина.

Телһөйәр малай Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының дипломына  һәм  Октябрьский ҡала округы мәғариф бүлегенең иҫтәлекле бүләгенә эйә була.
Дилбәр Зөфәр  ҡыҙына  Октябрьский ҡала округы мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаты тапшырыла.

Эльмир Ҡәҙимовты һәм уның остазын  лайыҡлы еңеүҙәре менән  ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Афарин, Эльмир!
Афарин, Эльмир!
Читайте нас: