Мишкә ауылының “Юлсы” үҙәге тәрбиәләнеүселәре икенсе йыл рәттән Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша.
Хәҙер инде улар хәрби белем биреү учреждениелары курсанттары.
Быйыл парадта Санкт-Петербург ҡалаһының А.Ф. Можайский исемендәге Хәрби-космос академияһы курсанты Дмитрий Шамаев менән генерал А.В. Хрулев исемендәге хәрби академия курсанты Ильмар Батыров ҡатнашты. Был шатлыҡлы минуттар, әлбиттә, уларҙың хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Егеттәр менән ғорурланабыҙ! Иң-иңдәр өлөшөнә генә Еңеү көнөндә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу бәхете тейә бит!
Наилә Имаева.
Сығанаҡ: https://vk.com/club118651173?from=search&w=wall-118651173_4536