Октябрьский ҡалаһында “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле һәм мәҙәниәте” республика фестиваль-конкурсы үтте.
Уны Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, Октябрьский ҡалаһының мәғариф бүлеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Октябрьский ҡала башҡарма комитеты, 4-се Башҡорт гимназияһы ойошторҙо.
Был сарала Асҡын 1-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Нурзидә Таһирова ла ҡатнашты. Ул “Урындағы шағирҙар шиғырҙарында туған тел матурлығы” номинацияһында призер булды. Нурзидәнең етәксеһе - Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиева.
Телһөйәр ҡыҙ Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының дипломына һәм Октябрьский ҡала округы мәғариф бүлегенең иҫтәлекле бүләгенә эйә була.
Лилиә Сәлимйән ҡыҙына Октябрьский ҡала округы мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаты тапшырыла.
Нурзидә Таһированы һәм уның остазын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.