Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
11 Май 2024, 14:15

Хәрби-патриотик рух бөркөлдө

Рөстәм Әбдрәхимов етәкселегендә  йәш армиясылар  үҙҙәренең хәрби әҙерлек йәһәтенән «иң-иңдәре» булыуын дәлилләп,  төрлө күнекмәләр күрһәтте.

Хәрби-патриотик рух бөркөлдөХәрби-патриотик рух бөркөлдө
Хәрби-патриотик рух бөркөлдө

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған тантаналы парадта Рөстәм Тимерғәле улы Әбдрәхимов етәкселегендәге “Йәш армия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәте ағзалары ҡорал менән  эш итә белеү һәм ҡул һуғышы буйынса хәрби әҙерлек кимәлен күрһәтте.

Йәш армиясылар   районыбыҙҙа үткән барлыҡ  хәрби-патриотик сараларҙың даими ҡатнашыусылары. Улар менән эш һәр саҡ  юғары кимәлдә алып барыла.

  Йәш армиясыларыбыҙ  хәрби-патриотик клубтар араһында ойошторолған XIX республика фестивале  һәм  Республика ҡышҡы йәш армиясылар уйындары призерҙары булды. Улар барыһы ла  III дәрәжә “Йәш армиясы ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнгән, спорт төрҙәре буйынса  спорт разрядтарына һәм  ГТО  Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы  билдәләренә эйә.

Егет һәм ҡыҙҙарға артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Хәрби-патриотик рух бөркөлдө
Хәрби-патриотик рух бөркөлдө
Хәрби-патриотик рух бөркөлдө
Хәрби-патриотик рух бөркөлдө
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас