Ҡубияҙ ауылында матур традиция буйынса автомобиль йөрөшө һәм ярыштары (авторалли) уҙҙы.
Флагтар менән биҙәлгән автомобилдәр колоннаһы ауыл урамдары буйлап уҙҙы. Артабан улар Еңеү паркында тантаналы митингта ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалып, яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район Советы депутаты Дамир Аубакиров, Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ғәбделхәев һәм ауылдың әүҙем, йүнсел ир-егеттәре ҡатнашты.
Авто ярыштар бик матур, куңелле һәм сәмле уҙа. 1-се урынға - Айрат Абраров, 2-се урынға - Фәнил Зиннуров, 3-сө урынға Дамир Аубакиров лайыҡ була.
“Сарала ҡатнашыусы барлыҡ ир-егеттәргә ныҡлы сәләмтлек һәм тик уңыштар теләйбеҙ. Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!” - тине Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә Ғаязова.
Наилә Имаева.