9 Май – Еңеү көнөдә тантаналы митинг уҙа. Сара “Һағышлы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланып, Батырҙар Аллеяһында дауам итә.
Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев барыһын да байрам менән тәбрикләй.
Мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре сәхнәлә һуғыш осорон сағылдырып, сығыш яһай.
Байрам концерты барыһының да күңеленә хуш килә.
Үҙәк майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың фотоһүрәттәре ҡуйыла.
Сарала ҡатнашыусылар һалдат бутҡаһынан да ауыҙ итә.
Байрам парады уҙа.
Наилә Имаева әҙерләне.