Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына бағышланған сара Еңеү паркында башлана. Унда ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, ауылдың имам-хатибы Ғаяз хәҙрәт Хәлимов, балалар баҡсаһы, урындағы мәктәп, ауыл Советы хакимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы коллективтары, ауыл халҡы ҡатнашты.
Сараға йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, Урмияҙ урта мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова, ауылдың имам-хатибы Ғаяз хәҙрәт Хәлимов Еңеү көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.
Бөйөк Еңеү өсөн һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, обелискка сәскәләр һалалар.
Артабан байрам ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итә.
Илшат Үзбәк улы һуғыш осоро балаларына, улдары һәм ирҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, открыткалар бүләк итә.
Ауылдың шиғри күңелле ағинәйе Зөһрә Фидаил ҡыҙы Ғайнуллина ла ҡотлауҙарға ҡушылып, үҙенең шиғырын уҡып ишеттерә.
Уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ярҙамы менән әҙерләнгән байрам концерты барыһының да күңеленә хуш килә.
Наилә Имаева.