Борай районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Борис Ғата улы Шыуаров иҫтәлегенә шахмат турниры үтте. Унда Асҡын районының “Танып” шахмат клубы ағзалары ла ҡатнашты. Беҙҙең шахматсыларыбыҙ өс миҙал һәм аҡсалата сертификаттар алып ҡайтты. Афариндар!
Ветерандар араһында 1-се урынға райондашыбыҙ Марсель Яҡупов эйә булды.
Ирҙәр араһында Сәғҙиев Марат - 2-се, Рәзғәт Фәрүәзтдинов 3-сө урын яуланы.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Шахматсыларыбыҙҙы ихлас күңелдән призлы урындар яулауҙары менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уларға тик уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.