Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Апрель , 20:05

Йәнкиҫәктәр ауыл зыяратын тәртипкә килтерҙе

Изге урын һаналған зыяраттарыбыҙҙы тәрбиәләп тотоу иҫән-һау булған һәр кемдең намыҫ эше булып тора.

Йәнкиҫәктәр ауыл зыяратын тәртипкә килтерҙе
Йәнкиҫәктәр ауыл зыяратын тәртипкә килтерҙе

Йәнкиҫәк   зыяратында өмә үткәреү  инициативаһын  ауылдаштар берҙәм хуплап ала. Бөгөн, йома көндө, ауылдағылар һәм унан ситтә йәшәүселәр билдәләнгән  ваҡытта дәррәү килеп, зыяратта өмә үткәрә.

“Шул тиклем халыҡ берҙәм килеп, тырышып эшләне. Тәүҙә һәр кем үҙенең туғандарының, яҡындарының ҡәбер тирәһен  таҙартты, тәртипкә килтерҙе. Аҙаҡ бергәләп  зыярат территорияһын таҙарттыҡ. Кемдер бензобысҡы менән ауған ағастарҙы киҫте, кемдер балта менән ҡороған ботаҡтарҙы сабып өйҙө, кемдер ҡоро үләндәрҙе тырмаланы  - ҡыҫҡаһы эш гөрләп торҙо. 

Бергәләп тотонғас, эш ырамлы барҙы. Зыярат таҙарып, яҡтырып ҡалды. Шул тиклем ауылдаштарыма рәхмәтлемен”, - тип ҡыуаныслы хәбәрен еткерҙе  һәм рәхмәтен белдерҙе өмәлә ҡатнашыусы иң өлкән ағинәй Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә Зарипова.

Наилә Имаева.

Читайте нас: