Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Апрель , 17:55

Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн ҙур өмә үтте

Ауылды төҙөкләндереү  буйынса  урында өмәләр даими уҙа. Тулыраҡ:  

Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн ҙур өмә үтте

 

“Иҫке Ҡаҙансы ауылын төҙөкләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр аҙна һайын ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа беҙҙең ауылда.

Кисә, 19 апрелдә, бөтә ойошма һәм учреждениелар коллективтары үҙ территорияларын, шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа йәшәүселәр йорт тирәһен  таҙартһа, бөгөн Баҫыу һәм Октябрь урамдарында йәшәүселәр дәррәү өмәгә сыҡты. Баҫыу урамында киҫелгән ағастарҙың ботаҡтарын, шулай уҡ ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы йыйып, тәртипкә килтерҙеләр.

Беҙҙең Октябрь урамында бына  инде ике йылдан артыҡ янғындан һуң ҡалған емерек  хужаһыҙ йорт тирә-яҡты йәмһеҙләп тора ине. Урамда йәшәүселәр  менән дәррәү өмәгә сығып, бөгөн ошо йортто һүтеп, бер нисә юл сүпте түгеп, йорт урынын матурлап йыйыштырып ҡуйҙыҡ. Урамыбыҙ шул тиклем матурайып, йәмләнеп китте. Бөтә өмәселәр ҙә ауыр эштән арып, үҙҙәре баштан аяҡҡа тиклем ҡара ҡоромға батһа ла,  күтәренке кәйефтән, башҡарылған изге эштән ҙур ҡәнәғәтлек алып таралды.

Беҙгә һәр ваҡыттағыса техника менән ярҙам иткән депутатыбыҙ Салауат Вәлиевҡа, шулай уҡ үҙ техникаһы менән килеп ярҙам иткән Рәзит Шәйхиевҡа, көн оҙоно беҙҙең менән  тырышып эшләгән тракторсы Мулланур Миңләхмәтовҡа ҙур  рәхмәт. Бындай өмәләр алда ла дауам ителәсәк”, - тип хәбәр итте район Советы депутаты Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова.

Наилә Имаева.

Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн  ҙур өмә үтте
Иҫке Ҡаҙансыла бөгөн ҙур өмә үтте
Читайте нас: