Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Апрель , 23:05

Барыһы ла Еңеү өсөн!

Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда ҙур хәйриә концерты гөрләп уҙҙы!

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә матди ярҙам күрһәтеү маҡсатында танылған яҡташыбыҙ, йырсы-композитор Жәлил Ғәйбәҙуллин ижадташ дуҫтары менән ҙур хәйриә концертын ойоштороп үткәрҙе.

 Сараға асҡындар зал тултырып килеп, һәр йырсыны көслө алҡыштарға күмде. Райондаштарыбыҙ шул рәүешле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға сәләмдәрен һәм рәхмәттәрен еткереп, берҙәмлеген күрһәтте.

Концертта ҡатнашыусы йырсыларҙы, музыканттарҙы һәм бейеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева сәләмләп, Асҡын районы халҡы һәм район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Артистарға ҙур уңыштар һәм бөгөнгөләй рәхмәтле тамашасылар теләне.

Айырым рәхмәттәр, әлбиттә,  Асҡын егеттәре – Жәлил Ғәйбәҙуллинға, Илфир Бәләғетдиновҡа,  ағалы-ҡустылы Илдар һәм Алмаз Ғәләүетдиновтарға, район Мәҙәниәт йортонда эшләүсе Радмир Ғәлиевҡа һәм бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙ Зөлхизә менән Элинаға!

Сараның махсус ҡунаҡтары – танылған йырсы Гүзәл Әхмәтованы, йәш йырсы Лилиә Асманды, Марсель Садыҡовты, танылған тамада Руслан Сәйфетдияровты тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙатып, рәхмәт белдерҙе.

Хәйриә концерты ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур, шундай дәртле, ялҡынлы үтте. Һәр кемдең теләге бер булды: тиҙерәк именлек, тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!

Бындай саралар халҡыбыҙҙы берләштерә. Ил төкөрһә, күл була, ти халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы! һәр саҡ берҙәм булайыҡ!

Наилә Имаева.

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Читайте нас: